Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
17 Февраль 2019, 04:00

Бәрәңгенән кәтлит

Кәрәк була:

10-12 бәрәңге, ике йомортҡа, ике аш ҡалағы аҡ май, ике аш ҡалағы он йәки сохари онтағы, бер баш һуған, дүрт аш ҡалағы ҡаймаҡ йәки май, тәменсә тоҙ һәм йәшел тәмләткестәр.

Әҙерләү:

Бәрәңгене әрсеп бешерергә. Һыуын һарҡытҡас, киптерә бирергә лә ҡайнар көйө иҙергә. Еңелсә һыуынған бәрәңгегә сей йомортҡа, ҡыҙҙырылған һуған һалып яҡшылап бутағас, кәтлиттәр яһарға. Онда йәки сохари онтағында әүәләгәс, ике яҡлап әҙер булғансы ҡыҙҙырырға.

Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан май йәки ҡаймаҡ ҡойоп, йәшел тәмләткестәр һибергә.



Фото: интернет.




Читайте нас: