Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
14 Февраль 2019, 04:00

Ҡаймаҡлы бәрәмәс

Әсе ҡамыр өсөн 6–10 грамм ҡоро сүпрә, стакан ярым он, 60 грамм аҡ май йәки маргарин, 1 йомортҡа, 1/4 стакан шәкәр ҡомо, 0,75 стакан һыу, 1/4 балғалаҡ тоҙ алына.

Эслек өсөн 3 стакан ҡаймаҡ, 1 ҡалаҡ аҡ май, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 2 ҡалаҡ он, ванилин талап ителә.

Ҡаймаҡҡа шәкәр, иретелгән аҡ май, он ҡушып болғатырға. Төйөрҙәр ҡалмаҫҡа тейеш. Тәменә ҡарап ванилин өҫтәлә.

Йылымыс һыуға шәкәр, ҡоро сүпрә һалып болғатабыҙ ҙа ҡабарғанын көтәбеҙ. Артабан йомортҡа һытып, аҡ май, он, тоҙ ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Уны бер нисә сәғәткә ҡабартырға ҡуябыҙ.

Әҙер әсе ҡамырҙан йомарламдар яһап, 15–20 минутҡа һалып торабыҙ. Йомарламдарҙан ҙур булмаған йәймәләр йәйеп, табаларға һалабыҙ. Һәр береһенә эслек һалып сыҡҡас, ситтәрен бөгөп биҙәйбеҙ. Өҫтөнә туғылған йомортҡа һылайбыҙ. Бер аҙ ултыртып торғас, 160 градусҡа тиклем эҫетелгән духовкала 25–30 минут бешерәбеҙ.

Фото: интернет.

Читайте нас: