Противенгә бешерә торған ҡағыҙҙы түшәргә онотмағыҙ. Ҡамырҙы ҡойоп, сит яҡтарын силикон ҡалаҡ менән тигеҙләйбеҙ. 220 градуслы мейескә 15 минутҡа ултыртабыҙ. Шулай ҙа һәр мейес төрлөсә ҡыҙа икәнен онотмағыҙ. Бешкәнлеген өйрәнелгән ысул - шырпы тығып ҡарап белеп була. Әҙер йәймәне алып, һыуытабыҙ. Урталай ҡырҡабыҙ. Уларын йоҡартып ҡырҡабыҙ. Беҙҙең 4 йәймә килеп сыҡты. Ситтәрендәге ҡатыраҡ урындарын ипләп кенә ҡырып алабыҙ. Был онтаҡтарҙы биҙәү өсөн ҡулланасаҡбыҙ.