Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
31 Ғинуар 2019, 04:00

Скумбрия балығы

Кишер һәм һуған менән быҡтырылған, телде йоторлоҡ скумбрия балығын әҙерләйек, дуҫтар!

Кәрәк була:

скумбрия - 2 шт.;

тоҙ һәм тәмләткестәр - тәменсә;

башлы һуған - 1 шт.;

кишер - 1 шт.;

үҫемлек майы;

томат пастаһы - 2 аш ҡ.;

биҙәү өсөн петрушка.


Әҙерләү:

Скумбрияны таҙалап йыуырға һәм киҫәктәргә бүлергә. Ярым ҡулсалап ҡырҡылған һуғанды, эре ҡырғыстан үткәрелгән кишерҙе майлы табала ярым әҙер булғансы болғап тороп ҡыҙҙырып алырға.

Балыҡты тоҙларға, тәмләткестәр һибергә һәм кишер менән һуған янына һалып, ҡапҡасты ябырға. Һыу ҡойорға кәрәкмәй.

10 минут тирәһе талғын утта тоторға. Унан ҡапҡасты асып, томат пастаһы һалып, матурлап бутап, кире ҡапҡасты ябып 15 минут быҡтырырға.


Пикант скумбрия әҙер. Гарнирға дөгө бирергә була.



Рецепт һәм фото: https://vk.com/hopay3ap



Читайте нас: