Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
13 Ғинуар 2019, 04:00

"Ҡырмыҫҡа иләүе" торты

Ял табынына "Ҡырмыҫҡа иләүе" торты.


Торт өсөн:

200 г. аҡ май

3 аш ҡалағы ҡаймаҡ

3 аш ҡалағы шәкәр

1 ҡалаҡ сода

самалап он


Крем:

1 банка ҡуйыртылған һөт (вареная сгущенка)

100 г. аҡ май


Әҙерләү:

Талғын утта майҙы иретеп, өҫтөнә шәкәр һалып, шәкәр ирегәнсе болғатып торабыҙ. Ошо масса һыуығас, уға ҡаймаҡ өҫтәп, он, сода һалып, ҡатыраҡ ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүлеп бер сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ, тиҙерәк булһын тиһәгеҙ 15-20 минутҡа морозилкаға ла ҡуйып торорға мөмкин. Ҡамыр әҙер булғас ит үткәргестән йәки ҡырғыстан үткәреп, ҡыҙыу утта бешереп алабыҙ.


Крем өсөн аҡ майҙы алдан сығарып ҡуйыу яҡшы. Йомшарған майға ҡуйыртылған һөттө һалып болғайбыҙ.


Әҙер печеньеларҙы ваҡлап, крем һалып бутарға ла, өҫтөн үҙегеҙ теләгәнсә биҙәп бирергә мөмкин. Мәҫәлән: мәк йәки шоколад.


Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!




Рецепт һәм фото: https://vk.com/club129936953



Читайте нас: