Һауыттың төбөнә ҡырылған бәрәңге, унан кишер, ваҡланған йомортҡа һәм туралған брокколи һалабыҙ. Һәр ҡат өҫтә күрһәтелгән соус менән майлап барыла. Өҫ яғына балғалаҡ менән шәмдәр өсөн 4 уйым яһала. Шәмдәрҙе сыр пластиналарын трубочкаға төрөп эшләйбеҙ. Пластина асылып китмәһен өсөн майонез һылап төрөр кәрәк. Шунан уйымдарға урынлаштырып, башына помидорҙан, йәки болғар боросонан ромб формаһында ялҡын телдәре яһап ҡуябыҙ. Салаттың өҫтөн укроп менән биҙәп, гранат емештәрен һибеп сығабыҙ. Эффектлы салат килеп сыға.