Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
24 Декабрь 2018, 04:00

Көмрө балыҡ

Әхирәттәр, Яңы йыл табынына төрлө-төрлө тәмлекәстәр бешеренеп-төшөрөнә лә башлағанһығыҙҙыр. Әйҙәгеҙ әле, табынығыҙҙың түрендә көмрө балыҡ (горбуша) та урын алһын. Тәмле, туҡлыҡлы, файҙалы балыҡ бит ул.

Байрамдар күп, әммә Яңы йылдан да тылсымлы байрам бар микән? Ниңәлер, тап Яңы йыл ҡаршылаған төндә теләгән бар хыялдар ҙа тормошҡа ашыр, тап Яңы йылда һөйгән йәрҙәр бер-береһен табыр, ғаиләлеләрҙең уңыштары бермә-бер артыр, ауырыуҙар шәбәйер, тормош тик сағыу төҫтәрҙә генә балҡыр төҫлө. Амин, шулай булһын!


Әхирәттәр, Яңы йыл табынына төрлө-төрлө тәмлекәстәр бешеренеп-төшөрөнә лә башлағанһығыҙҙыр. Әйҙәгеҙ әле, табынығыҙҙың түрендә көмрө балыҡ (горбуша) та урын алһын. Тәмле, туҡлыҡлы, файҙалы балыҡ бит ул.


Шулай итеп, эре генә балыҡты йыуып, айғолағын алып ташлағандан һуң, ҙур ғына киҫәктәргә бүләбеҙ, тоҙ-борос һибәбеҙ. Майлы табаға балыҡты теҙеп һалабыҙ ҙа, өҫтөнә ҡаймаҡ йә майонез һылайбыҙ. Ул арала икенсе табала ваҡ итеп туралған бәшмәк менән һуғанды ҡыҙҙырып алабыҙ, саҡ ҡына тоҙ һипһәгеҙ ҙә була. Ошо ҡатнашманы балыҡ өҫтөнә матур ғына итеп ҡатлап һалғандан һуң, мул итеп ҡырылған сыр һибәбеҙ. Сырҙың өҫтөнә йәнә майонез һыланым. Уныһы ла матур булып күренһен өсөн былай эшләнем: шыптырға майонезды һалдым да, бер осон ҡайсы менән ипләп кенә ҡырҡтым. Аҙаҡ шул тишектән майонезды һығып ҡына сығарҙым да ҡуйҙым. Майонез ярамаһа, ҡаймаҡ ҡулланығыҙ. Ә! Онотоп торам, мейескә ҡуйыр алдынан, табаға саҡ ҡына һыу ҡойҙом. Аҙмы-күпме, ҡырҡ минут тирәһеләй тоттом үтә ҡыҙыу булмаған мейестә. Иҫ киткес тәмле, һутлы, матур килеп сыҡты!


Һеҙҙең дә ашығыҙ тәмле булһын, дуҫтарым!




Фото: автор.


Читайте нас: