Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
20 Декабрь 2018, 04:00

Йылҡының эс-ҡарынынан бөйөрөктәр

Йылҡының эс-ҡарыны һәм үҙенсәлекле ҡамырҙан бик тәмле бөйөрөктәр (пирожки).


ҠАМЫР:

- 3 аш ҡалағы он

- 3 аш ҡалағы көнбағыш майы

- 1 аш ҡалағы шәкәр

- 1 балғалаҡ тоҙ


Әҙерләү:

1. Ошо ҡатмашмаларҙы бергә ҡушып, 1 стакан ҡайнар һыу менән яҡшылап болғайбыҙ.

2. Әҙер ҡатнашманы һыуытҡас, + 1 стакан йылы һыу өҫтәйбеҙ + 1 йомортҡа + 2 балғалаҡ тултырмай ғына ҡоро сүпрә (дрожжи) + 4-5 стакан тирәһе он. Йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ.

4. 40 минут самаһы ҡабартып алабыҙ.

Бөйөрөктәр эшләгәндә матур итеп йәбешеп торған, йомшаҡ, тәмле ҡамыр килеп сыға.


ЭСЛЕК:

Эслеккә нимә һалһағыҙ ҙа ярай. Мин ҡаҙы (ҡаҙылыҡ) эшләй белмәгәс, эс-ҡарынды, эсәктәрҙе үткәреп, тоҙ, борос, тәмләткестәр ҡушып, табала һуған менән ҡыҙҙырып алдым. Һыуынғас ҡына бөйөрөктәргә һалырға. Бындай ҡамырҙы майҙа бешерергә лә була, әммә үтә майлы булыр, тиһәгеҙ, 180 градуслы духовкала 30-35 минут бешерергә мөмкин.


Йылҡының эс-ҡарыны бик тәмле була. Хатта майлы тойолһа ла, зыянлы түгел. Халҡыбыҙ һуғым өсөн юҡҡа ғына йылҡы малына өҫтөнлөк бирмәгән!


Әгәр һыйыр малының эс-ҡарынынан эшләһәгеҙ, әҙ генә ҡаҙ майы ҡушығыҙ. Телде йоторлоҡ тәмлекәстәр йылы көйө үк "йәлп" итеп ҡаласаҡ.


Аштарығыҙ тәмле, өйөгөҙ йәмле, тормошоғоҙ бәхетле булһын, дуҫтарым!




Фото: автор.




Читайте нас: