Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
18 Декабрь 2018, 02:00

Йомортҡаһыҙ бешерелгән шарлотка

Кәрәк була:

1 стакан он

1 стакан манный ярмаһы

1 стакан шәкәр ҡомо

1 стакан кефир

0.5 стакан иретелгән һары май йәки көнбағыш майы.

тоҙ

1 сәй ҡалағы сода

ваниль

Әскелтем алма , 3-5 штук.


Әҙерләү:

Алмаларҙы эрерәк киҫәктәргә турайбыҙ ҙа майлы табаға йә гель формаһына һалабыҙ.

Бөтә булған кәрәккәндәрҙән шыйыҡса ғына ҡамыр эшләйбеҙ.

Алмаларҙы шыйыҡ ҡамыр менән ҡойоп сығабыҙ. Эҫеп әҙер торған мейескә ҡуйып, ярты сәғәттәй бешереп алабыҙ.

Шарлотканың бешеп сығыуын бысаҡ менән йәки ағас теш таҙартҡыс менән төртөп тикшереп ҡарайһың.


Тәмле булһын!


Фото: автор.




Читайте нас: