Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
13 Декабрь 2018, 02:00

Зөбәржәт ҡайнатмаһы

Яңы йыл алдынан кивиның хаҡы бер аҙ төшкән саҡта бик үҙенсәлекле зөбәржәт ҡайнатмаһы (изумрудное варенье) менән яҡындарығыҙҙы шатландырып алырға мөмкин.

Яңы йыл алдынан кивиның хаҡы бер аҙ төшкән саҡта бик үҙенсәлекле зөбәржәт ҡайнатмаһы (изумрудное варенье) менән яҡындарығыҙҙы шатландырып алырға мөмкин.


Кәрәк була:

- 5 киви

- 1 банан

- 1 балғалаҡ желатин

- 220 гр. шәкәр

- ярты лимон һуты


Әҙерләү:

Киви менән банандың тыштарын әрсеп, ваҡ ҡына шаҡмаҡтарға турап, бер аҙ сәнске менән иҙгеләйбеҙ, лимон һутын һығып ҡушабыҙ. Шәкәр, желатин һалып 5-7 минут талғын утта тотоп алабыҙ.


Бик тәмле һәм иҫ китмәле матур ҡайнатма килеп сыға




Рецепт һәм фото: https://vk.com/hopay3ap



Читайте нас: