Торатау
-5 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
13 Декабрь 2018, 02:00
"Сыңғыҙхан" салаты
Яңы йыл табынына "Сыңғыҙхан" салаты.
Кәрәк була:
- 2 сөгөлдөр;
- 1 кишер;
- 50 гр. ҡара емеш (чернослив);
- 75 гр. сыр;
- 200 гр. тауыҡ ите;
- 2 һарымһаҡ теше;
- 75 гр. грек сәтләүеге;
- тоҙ.
Әҙерләү:
Кишер менән сөгөлдөрҙө бешереп алғас, һыуытып, айырым-айырым ҡырғыс аша үткәрәбеҙ.
Сәтләүекте һәм һарымһаҡты ваҡлайбыҙ.
Ҡара емеште 20 минут һыуҙа ебетеп алғас, турайбыҙ.
Сырҙы ҡырғыстың эре теше аша үткәрәбеҙ. Тауыҡ итен турап, үҫемлек майында ҡурып алабыҙ, һыуытабыҙ һәм майы һарҡһын өсөн салфеткаға һалып торабыҙ.
Артабан салатты түбәндәге тәртиптә һалып сығабыҙ:
- сөгөлдөрҙөң яртыһы;
- сәтләүектәр менән тауыҡ ите;
- майонез;
- кишер менән сыр;
- майонез;
- ҡара емеш;
- майонез;
- сөгөлдөр менән һарымһаҡ.
Әҙер салатты бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға кәрәк.
Салатты укроп йәки йомортҡаның ағы менән биҙәргә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле, тормошоғоҙ ғәмле, уйҙарығыҙ йәмле, эштәрегеҙ сәмле булһын, дуҫтар!
Фото: интернет.
https://vk.com/tan_gazite
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?