Торатау
-5 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
12 Декабрь 2018, 02:00
Ял һыйы
Ҡыҙҙар! Күптәребеҙ яратып бешергән "Французса ит" (мясо по-француски) рецебының иң отошлоһон таптым бит әле! Бығаса йә бәрәңгеһе һыулыраҡ, йә сыры, йә фаршы ҡорораҡ була ине. Ә бына быныһы иң уңышлы бешкәне.
Ҡыҙҙар! Күптәребеҙ яратып бешергән "Французса ит" (мясо по-француски) рецебының иң отошлоһон таптым бит әле! Бығаса йә бәрәңгеһе һыулыраҡ, йә сыры, йә фаршы ҡорораҡ була ине. Ә бына быныһы иң уңышлы бешкәне.
500 гр. тирәһе фаршҡа әҙ генә һөт һалып + уртаға ярылған һарымһаҡ тештәре + тоҙ + борос өҫтәп = болғатып, ситкә ҡуйып тороғоҙ. Һөт фаршты һутлы, йомшаҡ итә.
Табаны (противень) майлап, иң тәүҙә 5-6 эре бәрәңге турап йәйәбеҙ (йоҡа ғына телемләп киҫергә лә, фри кеүек һаламлап турарға ла мөмкин) + сама менән тоҙ, борос, тәмләткестәр һибәбеҙ + 3-4 баш һуғанды дүңгәләкләп турап йәйәбеҙ + ошоларҙың өҫтөнә әҙер фаршты һалабыҙ + 2-3 помидорҙы түңәрәкләп теҙеп (помидор урынына бәшмәк һалырға ла мөмкин) + иң өҫкә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы ҡаймаҡ, йә майонез менән бутап һылайбыҙ. Сыр бөтә ризыҡты ҡаплап, бығып бешергә тейеш.
170-180 градуслы мейестә 1 сәғәт, 20 минут тирәһе бешерәбеҙ. Өҫтө артыҡ ҡыҙармаһын тиһәгеҙ, фольга менән ҡаплап ҡуйырға була.
Иҫ киткес тәмле, туҡлыҡлы, батшалар һыйы әҙер! Аштарығыҙ тәмле, ялығыҙ файҙалы булһын, ҡәҙерле дуҫтар!
Фото: автор.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде