Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
8 Декабрь 2018, 02:00

Бауырҙан торт

Бәләкәй балалар бауыр ашап бармай ғәҙәттә. Әммә ул бик файҙалы, бәләкәстәр өсөн айырыуса витаминлы ризыҡ. Шуға күрә, тәмлекәстәр ҡушып, торт һымаҡ бешерһәгеҙ, рәхәтләнеп, яратып ашарҙар.

Бәләкәй балалар бауыр ашап бармай ғәҙәттә. Әммә ул бик файҙалы, бәләкәстәр өсөн айырыуса витаминлы ризыҡ. Шуға күрә, тәмлекәстәр ҡушып, торт һымаҡ бешерһәгеҙ, рәхәтләнеп, яратып ашарҙар.


Кәрәк була:

1) 500 грамм самаһы бауыр

2) 2 баш һуған

3) 1 стакан ҡайнаған һөт

4) 3 йомортҡа

5) ҡыҙыл борос, тоҙ

6) 4-5 ҡалаҡ үҫемлек майы

7) ярты стакан он


Бауыр менән һуғанды ит үткәргестән сығарабыҙ + ҡайнап һыуынған һөт ҡушабыҙ + йомортҡа + көнбағыш майы + тоҙ, борос + он һалып = барыһын бергә яҡшылап болғайбыҙ.


Ошо шыйыҡсаны йоҡа ғына итеп табаға йәйеп, ике яғынан да бешерәбеҙ.


Эслек:

1) 2 баш һуған

2) 2 кишер

3) майонез йә ауыл ҡаймағы

4) соус

5) тоҙ, борос

6) базилик, әнис, петрушка кеүек тәмләткестәр.


Эслектең барыһын бергә табала ҡыҙҙырып, торт йәймәләре араһына һылайбыҙ. Бешергән саҡта эҫе көйө һалһағыҙ, эслеге һеңеп, һутлы, тәмле килеп сығасаҡ.


Аштарығыҙ тәмле, балаларығыҙ сәләмәт булһын!



Фото: автор.




Читайте нас: