Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
3 Декабрь 2018, 02:00

Бәхет, муллыҡ тауы - бауырһаҡ!

Хәҙер заман ҡатын-ҡыҙҙары бар яҡлап өлгөр һәм уңған - эштә лә һынатмай, өйөн дә балҡытып тота, тәмле итеп аш-һыуын да хәстәрләй. Уңған хужабикә лә, һөйөклө ҡатын, яратҡан әсәй, өләсәй ҙә улар. Ишәй ауылында йәшәүсе Нәсимә Насретдинова тап шундай замандаштарыбыҙҙың береһе.

Хәҙер заман ҡатын-ҡыҙҙары бар яҡлап өлгөр һәм уңған - эштә лә һынатмай, өйөн дә балҡытып тота, тәмле итеп аш-һыуын да хәстәрләй. Уңған хужабикә лә, һөйөклө ҡатын, яратҡан әсәй, өләсәй ҙә улар. Ишәй ауылында йәшәүсе Нәсимә Насретдинова тап шундай замандаштарыбыҙҙың береһе.

Мосолман ҡатындарына ғына хас иплелеге, түҙемлелеге, күңел матурлығы менән дә күптәребеҙгә өлгө ул. Районда Нәсимә Әғзәм ҡыҙын тағы ла бик һәйбәт яҡтан беләләр - оҫта бауырһаҡ бешереүсе булып дан алған яҡташыбыҙ. Эйе, эйе! Бер ҙә арттырмайым. Ул бешергән бауырһаҡтар ауыҙҙа ирей. Хужабикә беҙҙе лә тәмле ҡоймағы, бәлештәре менән ҡаршы алды. Ҡунаҡсыллыҡ бөркөп өҫтәлендә самауыры ла шыжлап ултыра.


- Һеҙҙе районда оҫта бауырһаҡ бешереүсе итеп беләләр, - тип һүҙ башланым.


- Милли аш-һыуҙарыбыҙҙы бешерә башлауыма хәҙер 10 йыл инде, байтаҡ нескәлектәрен беләм тип әйтә алам. Бауырһаҡ бешерергә мине күрше Сәлимә инәй өйрәтте, - тип һөйләне хуш еҫле сәйен яһаған арала Нәсимә ханым. - Хәтеремдә, әсәйемдәр ҡайҙалыр юлға сыҡты ла, миңә икмәк баҫырға ҡушып китте. Дүртенсе класта ғына уҡый инем. Үҙемсә баҫтым теге ҡамырҙы, ваҡыт арыу үтһә лә һис ҡабарырға уйламаны. Ҡаты баҫҡанһың, тине әсәйем ҡайтҡас. Шул ваҡыттан күпме йылдар үтте. Тормош ҡамыр баҫырға ғына түгел, ризыҡтың төрлөһөн бешерергә өйрәтте. Беҙ бәләкәй саҡта иртән тороуға әсәйем өҫтәл тултырып ҡоймағын, ҡыҫтыбыйын, бәрәмәсен бешереп ҡуйыр ине. Әсәйемә ныҡ рәхмәтлемен.


Нәсимә ханыма райондың төрлө ауылдарынан, хатта сит яҡтарҙан да заказдар килә. Башҡорттоң ниндәй байрамы бауырһаҡһыҙ үтһен! Никах, туй, ғаилә тантаналары... Иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы бауырһаҡ менән ҡаршы алыу йолаһы, шөкөр, быуындан-быуынға тапшырыла килә.Һәр эшкә бисмилла итеп тотонған хужабикәнең торттарын да бик теләп алалар, магазиндыҡы ары торһон! Барыбыҙ ҙа көтөп алған Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Ә табынға күңел теләгәнен әҙерләргә ҡайһы саҡ ваҡыт еткерә алмайбыҙ. Табынығыҙ түрендә тауҙай бәхет, муллыҡ билдәһе булып бауырһаҡ торһон тиһәгеҙ, хәҙерҙән үк Нәсимә Насретдиноваға шылтыратып, кәрәкле көнгә заказ биреп ҡуя алаһығыҙ - 8-919-151-56-92. Бының өсөн Ишәй ауылына барып йөрөйһө лә түгел, заказдар өйөгөҙгә тиклем барып етә. Бауырһаҡтан ауыҙ итеп, уңған хужабикә менән хушлашҡанда, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына унан “Торатау” гәзите уҡыусылары өсөн бауырһаҡ бешереү рецебын һораным. Күңеле киң кеше уртаҡлашмай буламы һуң, Нәсимә ханым ихлас риза булды. Үҙегеҙ ҙә әҙерләп ҡарағыҙ, шулай бешеренә-бешеренә оҫтараһың ул!




Нәсимә Насретдинованың бауырһаҡ рецебы:

10 йомортҡа, бысаҡ осонда ғына сода, шул күләмдә тоҙ. Ошоларға 3-4 стакан он ҡушып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Уны ике-өс миллиметр ҡалынлыҡта йәйергә лә дүрт өлөшкә бүлергә. Йәйелгән ҡамырҙы биш сантиметр оҙонлоҡта туҡмас һымаҡ итеп киҫергә. Бауырһаҡты суйын һауытта бешереү яҡшы. Һауытҡа бер литр ярым тирәһе еҫһеҙ көнбағыш майы һалабыҙ, йылымыс майға әҙер ҡамырҙы төшөрәбеҙ. Май яйлап ҡына ҡыҙа барырға тейеш. Бауырһаҡты 20-25 минут бешерергә кәрәк.


Сироп өсөн бер стакан һыуға ярты стакан шәкәр һалып, утҡа иретергә ултыртырға. Шәкәр иреп бөткәс, 3-4 аш ҡалағы бал өҫтәйбеҙ. Ҡайнап сығыу менән сиропты бешкән бауырһаҡ өҫтөнә ҡоябыҙ һәм йәмле итеп һауытҡа өйөп ҡуябыҙ.




Фото: автор.




Реклама.



Читайте нас: