Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
15 Ноябрь 2018, 02:00

Бәрәңге менән тултырылған ҡаҙ

Кәрәк була: (бер ҡаҙға)

1,5-2кг бәрәңге,

Тоҙ, борос самалап



Әҙерләү:

Ҡаҙҙы кәстрүлгә һалып, яртылаш бешкәнсе ҡайнаталар. Унан һурпанан алып һыуытҡас, эсен-тышын тоҙ, борос менән ышҡыйҙар.


Эсенә иһә урталай ярып, әҙерәк тоҙ һибелгән бәрәңге тултыралар. Ҡаҙҙы һыу менән еңелсә сылатылған ҡағыҙ йәйелгән табаға (йә ҡаҙ бешерә торған махсус һауытҡа) һалып, өҫтөнә лә һыулы ҡағыҙ ҡаплап, 3 – 4 сәғәткә һүрән утлы мейескә (духовка) бешерергә ҡуялар.



Фото: интернет




Читайте нас: