Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
11 Ноябрь 2018, 02:00

Өй йылыһы – тәмле бәлештә

Өй йылыһын, тыуған йорт еҫен, әсәйҙең йылы ҡосағын хәтерләтә беҙгә ҡамыр аштары. Һәр халыҡтың үҙенә хас атамаһы, әҙерләү ысулы. Шулай ҙа уларҙы бер нәмә берләштерә: барыһы ла башлыса ҡамырҙан һәм төрлө эслектән әҙерләнә. Нисек аталыуына ҡарамаҫтан, күңел һалып бешерелгән ризыҡ тәмле була ул.

Тәмле күмәс

280 г он, 130 мл ҡатыҡ (кефир), 80 мл һөт, 100 г адыгей сыры (брынза, сулугуни, фета ла ярай), 4 ҡалаҡ самаһы (тәменсә) киптерелгән үләндәр (әнис, шәфәри, райхан йәки үҙегеҙ яратҡан тәмләткес үләндәр), 1 балғалаҡ аш содаһы, тәменсә тоҙ, үҫемлек майы талап ителә.

Сырҙы бәләкәс киҫәктәргә бүләбеҙ ҙә киптерелгән үләндең бер өлөшөндә әүәләйбеҙ, шунан быяла һауытҡа һалып торабыҙ.

Он, аш содаһы, тоҙ, киптерелгән үләнде ҡушып бутайбыҙ. Һөт һәм ҡатыҡтың яртыһын ҡойоп бол­ғатабыҙ. Ҡалған яртыһын өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ ҙа ярты сәғәткә ҡуйып торабыҙ.

Ҡамырҙы тигеҙ өлөштәргә бүләбеҙ. Һәр өлөштө ҡул менән йәйеп, уртаһында йәшел үләнле сыр киҫәге ҡалдырып йомарлайбыҙ. «Йомро икмәк»тәрҙе майлы табаға теҙеп сығабыҙ ҙа 200 градус эҫелектә 20 – 25 минут бешерәбеҙ.

Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.

Читайте нас: