Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
11 Ноябрь 2018, 02:00

Ҡыҫтыбый

Ял табынына милли аҙығыбыҙ ҡыҫтыбый бешерәбеҙ.

Ял табынына милли аҙығыбыҙ ҡыҫтыбый бешерәбеҙ.


Ҡамыр өсөн:


Он - 300 гр. тирәһе

Һө т- 100 мл.

Йомортҡа – 1шт.

Аҡ май - 50 гр.

Шәкәр – 1 аш ҡалағы

Тоҙ – 1балғалаҡ тирәһе.


Эслек өсөн:


Картуф – 8-10 шт.

Һуған - 1-2шт

Һөт – 100 мл.

Аҡ май 1 аш ҡалағы һәм 50 гр. тирәһе майлау өсөн.


Әҙерләү:

Тәрән һауытта һөт, йомортҡа, иретелгән аҡ май, шәкәр, тоҙҙо һалып болғатабыҙ һәм он һалып үтә йомшаҡ та, ҡаты ла итмәй генә ҡулға йәбешмәҫлек итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙың өҫтөнә таҫтамал ябып, 30 минутҡа ял итергә ҡуябыҙ ҙа, эслек әҙерләйбеҙ.

Картуфты һыуҙа бешереп алып, май, һөт һалып иҙеп, өҫтөнә ҡыҙҙырылған һыуғанды һалып болғатабыҙ. Һыуғанды һыйыр майында ҡыҙҙырһағыҙ тағы ла тәмлерәк була. Эслек әҙер.


Хәҙер инде утҡа ҡоро табаны ҡыҙҙырырға ҡуябыҙ һәм ул ҡыҙғансы йоҡа итеп йәйеп йәймәләр әҙерләйбеҙ. Был ҡамырҙан яҡынса уртаса ҙурлыҡта 15 ләүәш сыға. Ләүәштәр тиҙ генә бешә, әгәр бешкән саҡта ҡабарһа сәнске менән тишкесләп алығыҙ. Ҡоро табала ике яҡтан бешереп барабыҙ һәм майлап, эслеген һалып уртаға бөкләп барабыҙ. Бешереп бөткәс ҡыҫтыбыйҙарҙы ирегән май менән майлап өҫтәлгә йылы көйөнсә бирәбеҙ. Майҙы ни тиклем күберәк ҡулланһағыҙ, ҡыҫтыбыйҙар шул тиклем тәмлерәк була. Һыуынып өлгөрһә, майлы табала ҡыҙҙырып, йылытып бирһәгеҙ кетерләп кенә торасаҡ һәм телеңде йоторлоҡ тәмле буласаҡ.


Ҡыҫтыбый ҡамырын төрлөсә баҫалар: һыуға ғына ла, кефирға ла, әммә минеңсә,ошо рецепт буйынса баҫылған ҡамыр иң тәмлеһе. Мотлаҡ бешереп, яҡындарығыҙҙы һыйлағыҙ!)

Аштарығыҙ тәмле булһын!



Рецепт һәм фото: https://vk.com/club129936953



Читайте нас: