Йомортҡа менән шәкәрҙе ныҡ итеп күпергәнсе туғып, өҫтөнә йомшарған майҙы һалып болғайбыҙ. Ике ҡалаҡ балды талғын утҡа ҡуйып ҡайнатып алабыҙ, ул ҡайнап сыҡҡас өҫтөнә бер ҡалаҡ соданы һалып болғатабыҙ, масса ике тапҡырға күбәйеп китергә тейеш. Һәм балды йомортҡа өҫтөнә ҡойоп, он һалып йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Майлы ғына ҡамыр килеп сыға. Минең ошо ҡамырҙан 8 корж сыҡты, мөмкин 6-ға ла бүлеп ҙурыраҡ итеп бешерергә. Корждар 200 градуста 3-4минут бешә.