Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
6 Ноябрь 2018, 02:00

Пицца

Тиҙ генә пицца бешергегеҙ киләме? Улайһа был рецепт һеҙҙең өсөн.

Тиҙ генә пицца бешергегеҙ киләме? Улайһа был рецепт һеҙҙең өсөн.

Ингридиенттар:

* 2 йомортҡа

* 3 аш ҡалағы майонез

* 3 аш ҡалағы он

* 150 гр колбаса

* башлы һуғандың яртыһы

* 1 помидор

* 200 гр сыр

* тәменә ҡарап йәшелсә


Әҙерләү:


Йомортҡа, майонез һәм ондо бергә ҡушып бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан ҡамырҙы табаға ҡоябыҙ. Унан эслеген һалабыҙ. Башта колбасаны теҙеп сығабыҙ. Хәҙер инде сират һуған менән помидорға етте. Өҫтөнә мул итеп ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибәбеҙ. Теләк булғанда иң өҫтөнә йәшелсә (укроп, петрушка, һуған, руколла һ.б.) һибергә мөмкин.


Әҙер пиццаны 220 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкаға ҡуябыҙ. 10-15 минут тирәһенән һуң, сыр иреп, ҡамыры бер аҙ ҡата башлау менән духовканан алабыҙ.


Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!




Рецепт һәм фото: https://vk.com/bashkizi



Читайте нас: