- 50 г. яҡшы сифатлы маргарин (82% майлы), йә булмаһа сливочный май йәки көнбағыш майы.
Бөтәһе 20 штук күмәс килеп сыға.
Йылы һөткә сүпрә ҡушырға, ярты сәй ҡалағы шәкәр ҡомо, 2-3 аш ҡалағы он. Бөтәһен дә бергә болғарға һәм 30-40 минутҡа ҡабартырға ҡуйып торорға. Ондо иләргә.
Тоҙ, шәкәр ҡушып болғарға.
Йомшарған маргаринды, ҡаймаҡты ҡушып эре төйөнсөктәр килеп сыҡҡансы әүәләргә. Сүпрәле шыйыҡсаны ҡушып ҡамыр баҫырға.
Ҡамырҙы 1 см. ҡалынлыҡтағы итеп йәйеп, әҙер эслекте һөртөп, рулет итеп төрөп сығырға. Рулетты 1-1.5 см. яҫылыҡта итеп ҡырҡып сығырға. Листҡа ҡағыҙ түшәм, урамаларҙы теҙеп сығып, өҫтөнә заливканы ҡойорға. Эҫетелгән духовкала ҡыҙарғансы бешереп алырға.