Торатау
+1 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
30 Октябрь 2018, 02:00
Минералкала емешле бәлеш
Кәрәк:
- 1 аш ҡалағы көнбағыш майы
- 1 стакан минералка
- 4 йомортҡа
- 2 стакан шәкәр ҡомо
- 1 пакетик ванилин
- 4 стакан он
- 1 пакетик разрыхлитель
- 3-4 мандарин
- 200 г. сейә
Әҙерләү:
1. Минералка менән көнбағыш майын ҡушабыҙ, йомортҡа, шәкәр, ванилин, разрыхлитель ҡушабыҙ. Бөтәһен дә яҡшы итеп болғайбыҙ.
2. Ондо иләп ошо шыйыҡсаға ҡушып болғайбыҙ.
3. Майлы табаға, листҡа һалып тигеҙләп сығабыҙ.
4. Өҫтөнә сейә һәм мандариндарҙы һалып сығырға.
5. Әҙерәк маргаринды он менән бутап, ваҡлап, бәлештең өҫтөнә һибеп сығырға.
6. Эҫе духовкала 40-45 минут бешереп алырға.
7. Бешеп сыҡҡан бәлеште шәкәр пудраһы менән өҫтөн һибеп сығырға.
Тәмле булһын.
Рецепт һәм фото:
https://vk.com/id200052691
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"