Эслек өсөн йомортҡаның ағын ныҡ итеп күпергәнсе туғырға кәрәк булыр, ярты стакан шәкәрҙе өҫтәп тағы ла ныҡ итеп туғыйбыҙ. Ошо массаға ҡырғыстан үткәрелгән алманы ҡушып бутайбыҙ ҙа табаға һалабыҙ. Өҫтөн ҡаплап мейескә оҙатырға ғына ҡалды. Һыуытҡыстағы ҡамырҙы ҡырғыстан үткәреп бәлештең өҫтөн ҡаплайбыҙ. 180 градуста 30-40минут бешә. Бешкәс тә ҡырҡырға ашыҡмағыҙ, һыуынғанын көтөгөҙ.