Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
23 Октябрь 2018, 02:00

Итте үҙебеҙсә бешереп ашайыҡ!

Бургерҙар менән туҡланыу бөгөнгө заман модаһына әйләнде. Ҡала урамдарын баҫып алған бындай тиҙ туҡланыу урындары бигерәк тә студенттарҙың яратҡан еренә әйләнде. Ә бына белгестәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы бындай ризыҡтар ашауҙан тыя.

Бургерҙар менән туҡланыу бөгөнгө заман модаһына әйләнде.


Ҡала урамдарын баҫып алған бындай тиҙ туҡланыу урындары бигерәк тә студенттарҙың яратҡан еренә әйләнде. Ә бына белгестәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы бындай ризыҡтар ашауҙан тыя. Эшкәртелгән ит продукттары күкрәк яман шеш хәүефен бермә-бер арттыра. Аҙаҡҡы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, итте үҙебеҙ өйрәнгәнсә бешереп ашауҙың сәләмәтлеккә бер насарлығы ла юҡ. Ә бына эшкәртелгән ит ризыҡтары – шул уҡ колбаса, сосискалар яман шеш хәүефен 9 процентҡа арттыра. Бындай ризыҡты ашаған хәлдә лә, уның күләме көнөнә 70 грамдан артмаҫҡа тейеш. Был ярты бургерға, йәки 1 сосискаға тиң. Бар ғәйеп ризыҡҡа тәм биреүсе өҫтәмәләрҙә, ти белгестәр. Бигерәк тә ит ризыҡтарына алһыу төҫ биреүсе өҫтәмә зыянлы.




Фото: pixabay.com

Читайте нас: