Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
17 Октябрь 2018, 02:00

Оҫта ашнаҡсы ла икән үҙе!

Олоһо ла, кесеһе лә яратып тыңлаған Бибисара Азаматова – торғаны менән аш-һыу оҫтаһы. Йырсының һөнәре буйынса һыра ҡайнатыу инженер-технологы икәнен күптәр белмәйҙер ҙә әле. Ғүмеренең байтаҡ йылдарын уға һыра заводын етәкләргә, ресторан директоры ла булып эшләргә тура килә.

Олоһо ла, кесеһе лә яратып тыңлаған Бибисара Азаматова – торғаны менән аш-һыу оҫтаһы. Йырсының һөнәре буйынса һыра ҡайнатыу инженер-технологы икәнен күптәр белмәйҙер ҙә әле. Ғүмеренең байтаҡ йылдарын уға һыра заводын етәкләргә, ресторан директоры ла булып эшләргә тура килә.


«Башҡортостандың аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре», «Ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы» тигән исемдәре лә бар. Оҫта ҡуллы апай ризыҡты телеңде йоторлоҡ итеп бешереп кенә ҡалмай, табынға мотлаҡ зауыҡлы итеп биҙәп бирә. Көтмәгәндә ҡунаҡ килеп төшһә лә аптырарға түгел – һыуытҡысында һәр саҡ һурпаһы әҙер, ите бешкән. «Һә» тигәнсе бишбармағын да, бәлешен дә бешереп ҡуя. Әйткәндәй, бишбармаҡты ул биш төрлө иттән әҙерләй. Баймаҡҡа билдәле, юғары дәрәжәле ҡунаҡтар килгәндә, уларҙы һыйлар өсөн гелән Бибисара апайҙы саҡырыр булалар. Өфөгә күскәс тә, милли ризыҡтар ресторанын етәкләргә тәҡдим итәләр. Тик ул моң юлын һайлай, ҡыҙыҡлы программалар менән республикабыҙ буйынса ғына түгел, алыҫ сит өлкәләргә лә сыға. Һәр яҡлап үҫешкә ынтылған ҡатын Рудольф Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжында китапхана мөдире булып эшләй.

...Ҡалала йәшәүенә ҡарамаҫтан, йырсы тултырма ла тултыра, ҡаҙылыҡты ла үҙе әҙерләй. Бының өсөн эсәкте инде «һыналған» таныштарынан ала. Уны һыуыҡ һыу менән ентекләп йыуғас, 1 ҡап аш содаһын һалып, 1-2 сәғәт тота. Яңынан яҡшылап әйләндереп йыуғас, сәғәт-сәғәт ярым дауамында 1 ҡап тоҙ иретелгән һыуҙа ҡалдыра. Тағы ла яҡшылап йыуғас, 15 минутҡа аш һеркәһенә һалып ала. Сайҡатып, кәрәкле ҙурлыҡта ҡырҡып әҙерләй ҙә туңдырғыста һаҡлай, теләгән ваҡытта сығарып ҡуллана.


Тултырмаға эслек өсөн 2,5 килограмм бауыр, 300 грамм йөрәк, 300 грамм үпкә ите, 1 стакан дөгө ярмаһы кәрәк. Йөрәк менән үпкәне ярты сәғәт бешерә лә бауыр менән бергә ит турағыстан үткәрә. Дөгөнө йыуып, 10 минут самаһы ҡайнатып ала, шунан тишекле сүмескә һалып сайҡата. Барыһын бергә ҡушып, тоҙ, борос өҫтәп яҡшылап болғата ла эсәккә тултыра.




«Ҡаҙылыҡ өсөн 10 килограмм иткә 3 килограмм май алына. Уға тоҙ, борос, 1 баш һарымһаҡ һалып, эмалле һауытта тәүлек буйы тотабыҙ. Һуңынан эсәккә тултырып, ике яғынан бәйләп ҡуябыҙ», – тип серҙәре менән бүлешә йырсы.



Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.


Фото: Александр ДАНИЛОВ.




Читайте нас: