Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
16 Октябрь 2018, 02:00

Алһыу Бәхтиеванан татлы тәғәм

Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Алһыу Бәхтиева театрҙа тыуҙырған образдары, моңло тауышы менән тамашасыларҙы әсир итә. Сая, уңған, булдыҡлы, ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр егәрле хужабикә лә ул үҙе!

Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Алһыу Бәхтиева театрҙа тыуҙырған образдары, моңло тауышы менән тамашасыларҙы әсир итә. Сая, уңған, булдыҡлы, ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр егәрле хужабикә лә ул үҙе!


«Хәҙер төрлө сығанаҡтар күп, ә элек гәзит-журналда сыҡҡан һәр рецепт ҙур хазинаға торошло, уны ҡәҙерләп кенә ҡырҡып, махсус дәфтәргә йәбештерә бара, бер-беребеҙҙән яҙып ала инек, – тип һөйләй актриса. – Ашханала ятыраҡ турама күрһәм, алам да нимәләрҙән торғанын ҡарайым. Өйгә ҡайтып, иҫкә төшөрөргә лә эшләп һыйланырға ҡала». Күҙәтеүсәнлек, тәүәккәллек, хатта юҡлыҡ та күп нәмәгә өйрәтә шулай! Бөгөн иһә Алһыу Бәхтиева егәрле хужабикә булып танылған. Ҡамыры уңмағанда ла әсәһе бер ҡасан да ҡырын һүҙ әйтмәй, «борсолма, ана, малдарға һал да яңынан эшлә, өйрән», тиер була. Эш белгән кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, тигәнде һеңдереп үҫтерәләр. Икмәк уңһын өсөн мейескә күпме утын яғырға, самауыр ҡайнатырға, ҡош-ҡорт йә мал салғанда уның эсәк-ҡарынын эшкәртергә – ғөмүмән, ауыл тормошоноң бөтә нескәлектәрен белеп үҫә улар. «Беҙ бит һис ниндәй уңайлығы булмаған, газһыҙ-һыуһыҙ ауыл өйөндә үҫкәнбеҙ. Утынын индер, һыуын ташы, малын ҡара... күмәк балалы хужалыҡта һәр кемдең үҙенә бүленгән бурыстары бар. Атайым менән әсәйемә рәхмәтлемен – нимәгә тотонһаҡ та, хуплап торҙолар, етешһеҙлектәребеҙ өсөн әрләп, ҡанаттарыбыҙҙы ҡайырманылар. Нимәлер килеп сыҡмаһа, баш эйеп ҡайғырып ултырмаҫҡа өйрәттеләр», – тип хәтерләй йырсы.


Бөгөн Алһыу Бәхтиева уҡыусыларыбыҙға татлы бәлеш бешерергә өйрәтә.



Шафталынан (персик) бәлеш

Ҡамыр өсөн 250 грамм аҡ май, 1 йомортҡа, ярты стакан шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ аш содаһы, 1-2 ҡалаҡ һыу, он; эслеккә ярты килограмм шафталы емеше, 500 грамм ҡаймаҡ, 1 йомортҡа, 6 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ он, 1-2 ҡалаҡ крахмал йәки кеҫәл кәрәк.


Бүлмәлә тороп йомшарған аҡ майға шәкәр, тоҙ, аш содаһы һалабыҙ, йомортҡа һытабыҙ, һыу өҫтәйбеҙ. Кәрәк тиклем он алып, ҡамыр баҫабыҙ ҙа һалҡын урынға ҡуйып торабыҙ. Шунан алып ярты сантиметр ҡалынлығында йәйәбеҙ ҙә табаға һалабыҙ. Шыйыҡ эслек ағып сыҡмаһын өсөн, ситтәре күтәрелеберәк торһон.




Шафталыны йыуып ҡырҡабыҙ. Табалағы ҡамырға крахмалды һибәбеҙ, шунан тигеҙ ҡалынлыҡта емеште һалып сығабыҙ. Ҡаймаҡҡа шәкәр, он, йомортҡа һалып, яҡшылап болғатабыҙ һәм шафталы өҫтөнә ҡоябыҙ.

160 – 180 градус эҫелектәге мейестә 15 – 20 минут бешерәбеҙ. Мейестән алғас, һыуынғансы тотоп торабыҙ.



Бәләкәстәргә печенье

Ошо уҡ ҡамырҙан печенье бешерһәң, балаларға телеңде йоторлоҡ ризыҡ була. Бының өсөн ҡамырҙы шулай уҡ 0,5 – 1 сантиметр ҡалынлығында йәйеп, печенье формаһы йә ябай стакан менән түңәрәктәр ҡырҡабыҙ ҙа 160 – 180 градус эҫелектәге мейестә 15 – 20 минут бешереп алабыҙ. Өҫтөнә шәкәр һибергә мөмкин.

Биҙәүҙең тағы бер ысулы шулай: шоколадты быуҙа иретәбеҙ, печеньеларҙы шунда манып алып киптерәбеҙ. Түңәрәктәрҙе яртылаш манһаң, «бер бите – ай, икенсеһе – ҡояш» печенье килеп сыға. Йә шыйыҡ шоколадты ҡалаҡ менән алып, печеньеға төрлө һүрәттәр төшөрөргә, нимәлер яҙырға ла була. Балаларға шулай бигерәк оҡшай.

«Бындай ҡамыр менән әллә нисәмә төрлө бәлеш бешереп була, – ти Алһыу Бәхтиева. – Эслеккә ҡарағат та, еләктең бар төрөн дә, алманы ла, сейә йә ҡара емеште лә һалырға була. Тағы ла ҡайнатма, повидло ҡулланырға ла мөмкин. Ә инде өйҙә бер ниндәй ҙә емеш-еләк юҡ икән, эремсекте тотонам – телеңдә иреп кенә торған сметанник килеп сыға. Саҡ ҡына артып ҡалһа, ҡамырҙы туңдырғысҡа һалып ҡуям. Икенсе ваҡыт уны алып, ҡырғыстан үткәрәм дә бәлеш өҫтөнә һибәм. Ул кетерләп кенә тора, алһыу ғына булып бешә, күрер күҙгә лә иҫ киткес матур була».


Аш-һыуға бәйле ҡыҙыҡлы хәл

Талантлы актрисаның һәр саҡ көр күңелле, шаян, йор һүҙле булыуын эргәһендәгеләр белеп бөткән. Төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәргә лә тарып ҡуйғаны бар икән. «Сибай театрында эшләгәндә төшкө ашҡа өйгә ҡайтабыҙ. Ағайым колхозда эшләй, хужалыҡҡа кәрәк-яраҡ йүнләү, нимәлер алып ҡайтыу өсөн йыш килә. Шунда беҙгә туҡталмай үтмәй. Мин, әлбиттә, уны һәр саҡ бары менән һыйлап, туйҙырып ебәрәм. Бер саҡ көтмәгәндә генә ике ауылдашым менән килеп инделәр. Мин ғаиләмде ашатып, эшкә китергә йыйынғанмын. Алда шундай бурыс килеп тыуҙы: асығып ингән өс ирҙе йәһәт кенә туйҙырып, эшкә һуңламай барып етергә. Төшкө аштан совет заманында булған эре туҡмас бик аҙ ғына ҡалғайны. Шаҡмаҡлы әҙер һурпа­ларҙың сыҡҡан ғына мәле ине, ҡыҙыҡ күреп алған бер нисә шаҡмаҡ ята. Шуны һалып һурпа иттем, теге туҡмасты өҫтәнем, тағы ла нимә­ләрҙер ҡуштым... Йәшел үләндәр менән тәҡдим иткән аштан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. «Бик тәмле булды, нисек атала ул?» – тип һорайҙар. «Был француз ашы, «мэтығғын» тип атала», – тинем. Ағайым ҡайтып һөйләһә, еңгәм шунда уҡ аңғарып алған: «Мә, тығын» тип әйткән бит һеҙгә Алһыу», – тигәненә аҙаҡ тәгәрәп ятып көлгәндәр. Тик ағайым был хәл тураһында онотмаған, күрәһең. Бер нисә йылдан күмәкләп бесән эшләп йөрөйбөҙ. Ағайым икмәк өҫтөнә яланда табылған ашарға яраҡлы үләндәрҙе, еләктәрҙе күп итеп йыйып һалған да миңә һуҙа: «Теге саҡта француз ашы ашатҡайның беҙгә, эй, тәмле булды. Бына һиңә яуап итеп «тыҡшырын» тигән бутерброд әҙерләнем әле». Теге хәлде иҫкә төшөрөп, тағы ла күмәкләп көлөшөп алдыҡ», – тип һөйләй актриса.


Маһир йырсынан өлгө алып, көҙгө ямғырлы көндәрҙә лә төшөнкөлөккә бирелмәй, сәләмәтлегебеҙҙе хәстәрләп, йылы һүҙ менән яҡындарыбыҙҙың күңелен күтәреп, ғаиләбеҙҙе тәмле-татлы ризыҡтар менән ҡыуандырайыҡ!




Гөлшат ҠУНАФИНА.


Фото: Александр ДАНИЛОВ.






Читайте нас: