Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
13 Октябрь 2018, 02:00

Һөтлө тәмлекәс

Әсәйҙәр, бала саҡта ашаған һөтлө коржиктарҙы иҫләйһегеҙме? Шул тәмлекәстең рецепты, һеҙ ҙә бәләкәстәрегеҙҙе һыйлағыҙ.

Әсәйҙәр, бала саҡта ашаған һөтлө коржиктарҙы иҫләйһегеҙме? Шул тәмлекәстең рецепты, һеҙ ҙә бәләкәстәрегеҙҙе һыйлағыҙ.


Кәрәк була:


ярты стакан һөт

1 йомортҡа

100 г аҡ май

1ст. шәкәр

3-4ст. он

1 ҡап ҡабартҡыс


Әҙерләү:


Һөткә шәкәрҙе һалып утҡа иретергә ҡуябыҙ, ирегәс 1-2 минут ҡайнатып комната температураһына тиклем һыуынғанын көтөргә кәрәк булыр.


Икенсе һауытта йомшарған май менән йомортҡаны болғатып, өҫтөнә һыуынған һөттө ҡоябыҙ ҙа ныҡ итеп туғыйбыҙ. Ҡабартҡыс менән ондо ҡушып йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Хәҙер йәйергә лә мейескә оҙатырға ғына ҡала.


Йәймәнең ҡалынлығы 0,8 мм диаметры 10 см тирәһе була.


Тиҙ генә бешә был йәймәләр, шуға күрә оҙаҡ тотмағыҙ, 10-15минут етә.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!




Читайте нас: