Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
6 Октябрь 2018, 02:00

Тарталеткалар өсөн тауыҡ итенән һәм ананастан салат

Кәрәк була:
Тауыҡ ите - 200 г.

Консервалағы ананас - 200 г.

Ҡаты ғына сыр - 70 г.

Һарымһаҡ - 1 - 2 теш

Грек сәтләүеге - 30 г.

Тоҙ, ваҡ ҡара борос ( тәм буйынса)

Бетәүләй бешкән йомортҡа - 2 шт.

Майонез кәрәгенсә

Тарталеткалар



Әҙерләү:
Бешкән тауыҡ итен эре итмәй генә турап сығырға. Туралған тауыҡ итенә шаҡмаҡлап туралған ананасты ҡушырға.


Сырҙы эре ҡырғыс аша ҡырырға, сәтләүекте бысаҡ менән тураҡларға. Бөтәһен дә бергә ҡушырға.


Шулай уҡ салатҡа туралған йомортҡа менән һарымһаҡты ҡушырға.


Салатты кәрәгенсә тоҙларға һәм борос һибергә, майонез ҡушырға. Яҡшы итеп болғарға.


Тәмле генә салатты тарталеткаларға һалып сығарға, өҫтәренә ваҡланған сәтләүек һәм йәшелсәләр менән биҙәп сығырға.
Өҫтәлдең йәме һәм тәмле салат әҙер!




Рецепт һәм фото: https://vk.com/hopay3ap?w=wall-20868600_52020
Читайте нас: