Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
2 Октябрь 2018, 02:00

"Алтын йөрәк" салаты

Кәрәк:

- 500-600 грамм йөрәк ите (һыйыр)

- 4 баш һуған

- 3 кишер

- 2-3 ҡыяр (тоҙланған йәки маринованный)

- майонез

- ҡара борос

- тоҙ


Әҙерләү:

1. Йөрәк итен бешереп алырға, тоҙ, лавр япрағы һәм борсаҡлы борос һалып һыуына, 2.5 - 3 сәғәт тирәһе.

2. Һыуытырға.

3. Кишер менән һуғанды айырым ғына көнбағыш майында ҡурып алырға.

4. Һыуытып алырға.

5. Ҡыярҙы шаҡмаҡлап турарға.


6. Салат һауытына йөрәкте эре ҡырғыс аша ҡырып һалырға һәм майонез һөртөргә.
Шунан һуң һуған, ҡыяр, кишерҙе рәтләп һалырға.

7. Майонез.

8. Тағы ла йөрәк итен, майонез, һуған, ҡыяр, кишер һәм майонез.

9. Рәттәрҙе ҡабатлар кәрәк, әҙерләгән аҙыҡтар бөткәнсе. Иң өҫтөн биҙәргә.


Рецепт һәм фото: https://vk.com/hopay3ap



Читайте нас: