Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
22 Сентябрь 2018, 02:00

РАЗИЯҒА ЕТЕП БУЛАМЫ ҺУҢ!

Уңған хужабикәнең үҙенән алда тәҙрә төбөндәге гөлдәре, тәмле аш-һыу еҫе ҡаршылай тиҙәр. Редакциябыҙҙа байтаҡ йылдар техник хеҙмәткәр булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Разия Ғәли ҡыҙы ДУСАЛИНА хаҡында әйтелгәндер ул был һүҙҙәр.

Уңған хужабикәнең үҙенән алда тәҙрә төбөндәге гөлдәре, тәмле аш-һыу еҫе ҡаршылай тиҙәр. Редакциябыҙҙа байтаҡ йылдар техник хеҙмәткәр булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Разия Ғәли ҡыҙы ДУСАЛИНА хаҡында әйтелгәндер ул был һүҙҙәр.


Булһа була бит шундай оҫта, ырыҫлы, ҡулы татлы кешеләр! Хоҙай Тәғәлә биргән һәләт, эске бер нур бар уларҙа. Разия апайҙың мең дә бер кәңәшен, аш-һыу әҙерләү серҙәрен, әле булһа иҫләп, ҡулланып йәшәп ятабыҙ. Баҡсаһында йәй буйы тәрбиәләп үҫтергән еләк-емештән, йәшелсәнән ниндәй генә ризыҡтар яһамай ул! Ҡайнатманан башлап яһап эскән сәйенә тиклем үҙенеке! “Көҙгө уңышты “самай” банкаларға тултырыр мәл, Разияны күреп ҡайт әле, кәңәштәре, рецептары менән гәзит уҡыусыларҙы ла шатландырып торорбоҙ, – мөхәрриребеҙ белә шул ул кемгә ебәрергә! Бер батмус еләк менән ҡаршыланы Разия Ғәли ҡыҙы, ә тәҙрә төбөнә бөгөн генә япҡан слива компоттары, лечолары теҙелгән.

- Баҡса еләктәре әле һаман уңыш бирә, үҫентеләрен бик күптәр алып ултыртты. Ҡағы,ҡайнатмаһы үҙенә күрә тәмле. Быйыл ғына төрлө емештән 90 литр тирәһе ҡайнатҡанмындыр. Балалар, туғандар, дуҫтар – күстәнәскә китеп кенә тора, - ти мул ҡуллы хужабикә. – Бына, бәлешенән ауыҙ ит, күберәк итеп әҙерләйем дә, манты кеүек туңдырып ҡуям. Кем килһә лә, һый әҙер, Аллаға шөкөр. Ҡамырына йомортҡа һалма, фаршына һуғанын йәлләмә...

Егәрленең ҡулы етәү тигән әйтемде ярата Разия апай. Ейән-ейәнсәрҙәренә ошо арала ғына бөтөргән йылы ойоҡбаштарын, күҙ нурҙарын түгеп эшләгән келәмдәрен күреп, ысынлап та, шулайҙыр тип ҡуяһың. Ә баҡсалары һуң - нимә генә юҡ та, нимә генә үҫмәй!


- Кем кемдән уңған – уныһы һорау, Разия минән тиһә, мин - ҡатынымдан тим. Аңлашып, бер-береңә таяныс булып йәшәүгә ни етә! – ти ҡатыны бешергән бәлештәрҙе тәмләй-тәмләй сәй эскән Сынбулат ағай. Уларға ҡарап, бәрәкәтле тормош, хәләл ризыҡ менән йәшәү тигәнде аңлайһың. Ә аш-һыу оҫтаһынан берәй рецепт, тиһегеҙме? Булыр, көтөгөҙ, уҡығыҙ “Торатау”ҙы.




Фото: автор.


Читайте нас: