Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
24 Июль 2018, 02:00

Ҡышҡылыҡҡа “күстәнәс”

Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Һалҡын көндә хуш еҫле ҡайнатма менән сәй эсеү, мунсанан һыуһап сығып, шифалы, татлы һуттан ауыҙ итеү – үҙе бер кинәнес.

Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Һалҡын көндә хуш еҫле ҡайнатма менән сәй эсеү, мунсанан һыуһап сығып, шифалы, татлы һуттан ауыҙ итеү – үҙе бер кинәнес. Әлбиттә, һәр хужабикәнең шәхси рецепттары барҙыр, шулай ҙа иғтибарығыҙға тағы бер нисәүҙе тәҡдим итергә булдыҡ. Кем белә, бәлки, ошолары оҡшап ҡалыр. Тик шуны онотмағыҙ: ҡайнатманы барлыҡ еләк-емештән дә әҙерләргә була. Иң мөһиме – бының өсөн өлгөргәндәрен һәм ҡараймағандарын һайларға кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, бер килограмм емешкә кәмендә шул уҡ күләмдә шәкәр алырға тура килә. Аҙ һалған осраҡта емештең формаһы юғала, ҡайнатма тиҙ боҙола.



Ҡара ҡарағаттан


Ете стакан һыуҙы ҡайнау хәленә еткерергә, һәм уға 1,5 килограмм ҡара ҡарағат һалырға кәрәк. Ҡайнаған сағында бер нисә тапҡыр бутайбыҙ. Унан еләккә ике килограмм шәкәр ҡушып, йәнә 15 минут утта тотабыҙ. Һауыттың уртаһындағы ингредиенттар ҡайнап сығырға тейеш.

Шәкәр аҙ кеүек күренһә лә, һалҡынса урында һаҡлаһаң, ризыҡ әсемәҫ.


Ҡара емештән


Бер килограмм ҡара емеш, биш стакан шәкәр, ярты стакан һыу, аҙыраҡ ванилин алына.

Ҡара емеште һалҡын һыуҙа йыуып, таяҡсаһынан таҙартырға. Унан һәр емеште бер нисә урындан тишкеләргә һәм бүлергә кәрәк. Кәстрүлгә һалғас, өҫтөнә әҙерләнгән сиропты ҡойоп, биш-алты сәғәткә һалҡынса урынға ҡуйып торабыҙ һәм өс тапҡыр ҡайнатып алабыҙ. Ут талғын булырға тейеш. Ванилин ҡайнатма әҙер булыр алдынан ғына һалына.


Ананас менән еләктән


Ҡурай еләге һалҡынса һыуҙа йыуыла һәм киптерелә. Ананас­ты ваҡ ҡына итеп турарға кәрәк. Икеһен ҡушып бутағандан һуң шәкәр өҫтәп, яҡшылап туҡыйбыҙ һәм ҡайнау хәленә еткерәбеҙ. Ҡайнатма дүрт минутта әҙер була.

Эш өсөн 750 грамм ҡурай еләге, 250 грамм ананас, бер килограмм шәкәр алына.


Ер еләгенән


Тәүҙә ер еләген таҙартабыҙ. Уның өҫтөнә алдан әҙерләнгән сироп һалына. Ҡуйы шәкәр емешкә тулыһынса һеңеп бөтөргә тейеш. Ҡайнатма ныҡ талғын утта әҙерләнә. Әгәр еләк бик һутлы булһа, һыу өҫтәмәҫкә лә мөмкин.

Сиропты алдан әҙерләмәҫкә лә була. Бының өсөн еләк менән шәкәрҙе бергә бутап, һалҡынса урында 10 – 12 сәғәт тоторға кәрәк.

Ҡайнатмаға бер килограмм ер еләге, бер килограмм шәкәр, ярты стакан һыу кәрәк булыр.



Сейәнән


Бер килограмм сейә, ярты стакан һыу, 1,2 килограмм шәкәр алабыҙ.

Сейәне йыуып, киптереңкерәп, һөйәгенән таҙартырға кәрәк. Ҡайнатма өсөн әҙерләнгән һауытта тәүҙә сироп әҙерләп, бутай-бутай ҡайнау хәленә еткерәбеҙ. Өҫтөнә сейәне һалып, әҙер булғансы ҡайнатабыҙ.


Крыжовниктан


Ҡайнатма өсөн бер килограмм крыжовник, 800 грамм шәкәр, бер әфлисун, ике стакан һыу кәрәк.

Таҙартылған крыжовникты таҫтамалға һалып киптерәбеҙ. Унан әфлисундың һутын һығып алып, тышын ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Артабан барыһын бергә ҡушып, ярты сәғәт самаһы ҡайнатырға кәрәк. Шәкәр өҫтәп, талғын утта әҙер булғанға тиклем тотола.


Ҡара миләштән


Сейә япраҡтарын йыуып, эмаль кәстрүлгә һалырға ла һалҡын һыу ҡойоп ҡайнатырға кәрәк. Һуңынан уларҙы айырып алабыҙ. Килеп сыҡҡан төнәтмәнән сироп эшләнә. Уға миләште йыуып һалабыҙ. 20 минут самаһы ҡайнатҡандан һуң, ваҡланған алма менән лимон кислотаһы ҡушып, әҙер булғансы утта тоторға кәрәк.

Ҡайнатма өсөн бер килограмм миләш, 1,5 килограмм шәкәр, бер стакан һыу, ике ус сейә япрағы, ике-өс әскелтем алма, ярты балғалаҡ лимон кислотаһы талап ителә.

Абрикостан


Бер килограмм абрикос, 1,2 килограмм шәкәр, ике стакан һыу алына.

Абрикосты йыуып, бер нисә урындан тишкеләргә кәрәк. Сироп әҙерләп, емештәрҙе уның өҫтөнә һалабыҙ ҙа ошо килеш бер тәүлеккә һалҡын урынға ҡуябыҙ. Бынан һуң шыйыҡсаны айырып алырға, тағы ла ҡайнатып, емеш өҫтөнә ҡойоп, йәнә бер тәүлеккә ҡуйып торорға кәрәк. Өсөнсө көнгә абрикос ошо уҡ сиропта әҙер булғанға – үтә күренмәлегә әйләнгәнгә – тиклем талғын утта тотола.


Алманан


Ҡайнатма өсөн алманың тат­лырағын һайлайҙар. Емеш йыуыла, таҙартыла, эреләре ваҡ­лап турала. Әҙер сиропҡа алманы һалып, ул үтә кү­рен­мәлегә әйләнгәнсе ҡайнатырға кәрәк. Хуш еҫле булһын өсөн ванилин йәки лимон ҡабығын ҡырып өҫтәргә була.

Бер килограмм алма, бер килограмм шәкәр, ярты стакан һыу кәрәк булыр.


Виноградтан


Берәр килограмм виноград һәм шәкәр, өс балғалаҡ лимон кислотаһы, бер грамм ванилин кәрәк булыр.

Бер иш виноградтарҙы алып, бер-ике минут ҡайнар һыуҙа бешекләйбеҙ ҙә өс-дүрт сәғәткә шәкәр сиробына һалып торабыҙ. Бынан һуң масса бер сәғәт тирәһе ҡайнатып алына. Һыуына төшкәс, лимон кислотаһы менән ванилин ҡушып, тағы ла ҡуйырғансы утта тотола.


Ҡауындан


Өлгөргән татлы ҡауындың тышын таҙартып, ваҡ ҡына итеп турарға ла өҫтөн ҡаплағансы аш һеркәһе ҡойоп, ике көнгә ҡуйып торорға кәрәк. Бынан һуң йәшелсә киҫәктәре аш һеркәһенән алынып, сиропта ҡайнатыла.

Ҡауын йомшарыу менән уны банкаға һалып һыуыталар. Сироп иһә ҡуйырғансы утта тотола. Банка ҡайнатма ныҡлап һыуынғас ҡына нығытып ябыла.

400 грамм ҡауын, 800 грамм шәкәр, бер стакан һыу, аш һеркәһе талап ителер.


Һары сейәнән


Сейәнең һөйәген алабыҙ. Унан һәр береһенең эсенә сәтләүекте ваҡлап һалабыҙ. Һыуға шәкәр ҡушып, ҡайнау хәленә еткерәбеҙ, бутап торабыҙ. Сиропты сейәне тулыһынса ҡапларлыҡ итеп ҡойоп, өс сәғәт көтөргә кәрәк.

Бынан һуң ҡайнатма талғын утта 20 минут самаһы тотола. Ул әҙер булыр алдынан ванилин өҫтәргә кәрәк. Аҙаҡ эҫе килеш банкаларға һалып сығабыҙ.

Ҡайнатма өсөн бер килограмм шәкәр, 350 мл һыу, лимон, саҡ ҡына ванилин, 300 грамм әстрхан сәтләүеге кәрәк.

Фото: pixabay.com



Читайте нас: