Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
24 Июль 2018, 02:00

Йәй төҫөн һаҡлайыҡ

Гәзит уҡыусыларға ябай һәм шул уҡ ваҡытта бик тәмле ҡайнатма рецептарын тәҡдим итәм. Рәхим итеп ҡулланығыҙ!

Гәзит уҡыусыларға ябай һәм шул уҡ ваҡытта бик тәмле ҡайнатма рецептарын тәҡдим итәм. Рәхим итеп ҡулланығыҙ! Һалҡын ҡышта йәй тәмен тойоп, «Торатау»ҙы уҡып, рәхәтләнеп сәй эсәйек!

Крыжовник менән ҡурай еләгенән


700 г крыжовник, 300 г ҡурай еләге, 1,3 кг шәкәр, 1,5 стакан һыу.

Еләктәрҙе йыуып, таҫтамалға һалып киптерергә, ит турағыс аша үткәрергә йәки блендер менән иҙергә. Иҙмәне ҙур кәстрүлгә һалырға ла, шәкәр өҫтәп, бутарға.

Утҡа ҡуйып, туҡтауһыҙ бутап тороп, 15-20 минут ҡайнатырға. Күбеген алып торорға кәрәк. Әҙер ҡайнатма бәләкәй банкаларҙа һаҡлана.

Ер еләгенән


Нимә генә тиһәң дә, беҙҙең хужабикәләр әҙерләгән төп ҡайнатма – ер еләгенән. Уны ҡайнатмаларҙың батшаһы тип тә атап булыр ине. Тик ҡайһы саҡ был ҡайнатма ла банкаларҙа боҙолоп ултыра һәм тәжрибәле хужабикәләрҙе лә аптырауға ҡалдыра. Шуға ла ер еләге ҡайнатмаһының “алтын ҡағиҙәләр”ен иҫегеҙгә төшөрәм.

Ер еләген баҙарҙан һатып алырға тура килһә, уны тиҙ арала ҡайнатма итеп әҙерләй башларға кәрәк – һатылыр алдынан уның күпме торғанлығын һатыусылар бер ваҡытта ла әйтмәйәсәк.

1 кг еләккә 1,2 кг самаһы шәкәр алына. Шәкәрҙе йәлләмәгеҙ, уның самаһы шундай. Ҡайнатма өсөн бер ҙурлыҡтағы, өлгөргән, боҙолмаған, ҡараймаған еләктәр генә алына. Өлгөрөп етмәгән еләктәр яҡшы һаҡланһа ла, тәмле түгел, артыҡ өлгөргәндәре иҙелеп бөтә. Ҡайнатма әҙерләү өсөн эмаль һәм ҡалын төплө һауыттан да шәберәге юҡ. Еләктәрҙе йылымыс түгел, ныҡ һалҡын һыуҙа сайҡаталар. Уның һыуы ағып бөткәндән һуң шәкәрҙең яртыһын ҡушып, һалҡынса урынға 5-6 сәғәткә ҡуйып торорға кәрәк. Еләктәрҙән ағып сыҡҡан һутты алып, ҡалған шәкәрҙе ҡушып, сироп әҙерләйҙәр. Сироп ҡайнап сыҡҡандан һуң бер нисә минут утта тотола. Уны еләк өҫтөнә ҡойоп, тағы ла ярты көнгә ҡуйып торалар. Бынан һуң ҡайнатма утҡа ҡуйыла һәм талғын ғына итеп 5-7 минут ҡайнатыла. Әлеге массаны тағы ла 4 сәғәт самаһы тотоп торорға кәрәк, был сироп еләккә ныҡлап һеңһен өсөн эшләнә.

Иң һуңынан еләктәр 15-20 минут самаһы ҡайнатыла һәм банкаларға һалына. Эҫе килеш һалырға ла мөмкин.

Ҡайнатмаларығыҙ тәмле булһын!



Фото: pixabay.com

Читайте нас: