Мәтрүшкәнең файҙаһы ифрат ҙур. Уны ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан, һалҡын тейгәндә һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланырға ярай. Хуш еҫле үҫемлекте баш ауыртҡанда һәм йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда ла файҙаланалар — төнәтмәһе менән баш йыуалар. Теш һыҙлағанда, мәтрүшкәне сәйнәйҙәр.