Йомортҡаны ҡаты итеп бешерергә. Һыуынғас, ҡабығынан таҙартып, түңәрәкләп турарға. Һуған менән помидорҙы йыуып таҙартырға. Барыһын да түңәрәкләп турап, салат һауытына ҡатлап һалырға. Һәр ҡатламға тоҙ, борос һибергә, ҡаймаҡ ҡушырға. Салаттың өҫтөн петрушка, укроп, сельдерей менән биҙәргә.