8—10 сантиметр ҙурлыҡтағыһын һалҡын һыу менән йыуып, баштарын аҙ ғына киҫәләр. Эмаль кәстрүлде йәки ҙур быяла банканы эҫе һыуҙа яҡшылап йыуғас, төбөнә ҡара ҡарағат япрағы, укроп һәм мейестә ҡыҙҙырып алынған арыш икмәге телемдәре һалына. Өҫтөнә 2-3 рәт ҡыяр теҙгәс, йәнә ҡарағат, лавр, керән япраҡтары (керәндең тамырын да таҙартып, турап һалырға була), һарымһаҡ һалалар ҙа тағы ҡыяр теҙәләр, һауыт тулғансы шулай эшләнә. Ҡыяр йомшармаһын өсөн, имән япрағы өҫтәйҙәр.