Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
11 Июль 2018, 02:00

Окрошкаға ни етә!

Эҫе көндә һалҡын ғына кеүәҫле аш самый үҙе инде. Һеҙ нисектер, мин былай әҙерләйем.

Эҫе көндә һалҡын ғына кеүәҫле аш самый үҙе инде. Һеҙ нисектер, мин былай әҙерләйем.


Кәстрүлгә бешкән биш-алты картуфты, дүрт йомортҡаның ағын, бер баш һуғанды, дүрт-биш редисты, ике ҡыяр менән 300 грамм колбасаны (бешерелгән) турап һалам. Иң мөһиме вағыраҡ итеп турарға кәрәк! Әллә ниңә, йәшелсәләр ваҡ туралһа ғына окрошка тәмлерәк кеүек миңә.


Айырым һауытҡа йомортҡаның һарыһын ҡырғыстан үткәрәм, шунан таҡтала укроп менән йәшел һуғанды турайым да, тоҙ һибеп әҙерәк ыуам. Ҡайһы берҙә ҡул менән, ҡайһы берҙә бысаҡ менән баҫҡыслайым. Һуты сыҡҡан йәшел тәмләткес үләндәрҙе йомортҡа һарыһына ҡушам да, ике ҡалаҡ магазин ҡаймағы йә майонез, саҡ ҡына кеүәҫ ҡойоп бутайым. Шунан кәстрүлдәге йәшелсәләргә ике лирт һалҡын кеүәҫ ҡоям, йомортҡаның һарыһын ҡушам, тоҙ һалам да, тәмле генә итеп болғатам. Үәт, шул ғына!



Фото: pixabay.com
Читайте нас: