Өс йомортҡа, бысаҡ осонда ғына сода, шул күләмдә тоҙ, бер аш ҡалағы майонез йәки ҡаймаҡ һалып, он ҡушып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Уны ике-өс миллиметр ҡалынлыҡта йәйергә лә дүрт өлөшкә бүлергә. Йәйелгән ҡамырҙы биш сантиметр оҙонлоҡта туҡмас һымаҡ итеп киҫергә. Сәксәкте суйын һауытта бешереү яҡшы. Һауытҡа бер литр тирәһе көнбағыш майы һалабыҙ, ҡайнап сыҡҡас эсенә әҙер ҡамырҙы төшөрәбеҙ. Уны һары төҫкә ингәнсе ҡыҙыу утта бутап торабыҙ, алғас, башҡаларын төшөрәбеҙ.