Ярты стакан һыуҙа сүпрәне иретеп, 10 минутҡа йылы урынға ҡуйып торабыҙ. Унан һуң күпергән сүпрәгә он, тоҙ һәм зәйтүн майы ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Уны дымлы туҡыма менән ҡаплап, 20 минут тотабыҙ. Шул арала эслек әҙерләйбеҙ. Таҙартылған помидорҙарҙы ҡырғыс аша үткәреп, һутын бер аҙ түгәбеҙ. Шуға тоҙ, борос һәм башҡа тәмләткестәрҙе һалып болғатабыҙ ҙа зәйтүн майы өҫтәйбеҙ. Ҡамырҙы он һибелгән майлы табаға һалабыҙ. Уның өҫтөнә башта томатлы ҡатнашманы йәйәбеҙ, унан ҡатлап ҡырылған сыр, ветчина, сосиска, ҡаҙылыҡ киҫәктәре, шаҡмаҡлап туралған татлы борос һәм тосо алынған зәйтүн емешен һалабыҙ.