Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
17 Ноябрь 2017, 02:00

Буҙа эшләргә өйрәндек

Минегөл инәй Ғәбитоваға халҡыбыҙҙың боронғо шифалы эсемлеге буҙа яһау бала саҡтан таныш.

Минегөл инәй Ғәбитоваға халҡыбыҙҙың боронғо шифалы эсемлеге буҙа яһау бала саҡтан таныш. Әсәһенең буҙа эшләгәнен бәләкәйҙән күреп үҫә ул. Инде олоғайғас, үҙенең дә дәрте барлыҡҡа килә. Бала саҡ хәтирәләренә таянып, Бөрйән яҡтарында буҙаны нисек эшләүҙәрен һорашып ниәтен тормошҡа ашыра. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, буҙаһы телде йоторлоҡ килеп сыға. Татлы эсемлекте эшләү серҙәрен ауылдаштарына ла асҡан. Хәҙер инде аҙнайҙар буҙа эшләү оҫтаһына әүерелеп бара. Этҡолда уҙғарылған ҡатын-ҡыҙҙар советы семинарында улар тамашасыларға буҙа эшләргә өйрәтте, хатта килгән ҡунаҡтарға тәмләтеп тә ҡараны. Буҙа яһау тәртибен Минегөл инәй Ғәбитованан яҙып алдыҡ.
- Һауыт алып уға 3 литр һалҡын һыу һалабыҙ. Шуға 500 грамм һоло ярмаһы төшөрәбеҙ (геркулес). 10 минут тирәһе ул ебеп ултырып тора. Аҙаҡ бер сәғәт буйы талғын утта ғына ҡайнатабыҙ. Төбө көймәһен өсөн әленән-әле бутап торорға кәрәк. Аҙаҡ иләк аша һөҙәбеҙ. Һөҙөлгән ҡатнашмаға 100 грамм аҡ май йәки ҡаймаҡ ҡушабыҙ, тағы ла 1 стакан шәкәр өҫтәйбеҙ ҙә һыуытырға ултыртабыҙ. Йылымыс хәлгә еткәс, ойотҡо һалабыҙ. Тәүҙә әсетке урынына ҡымыҙ ҡулланырға мөмкин. 1 стакан ҡымыҙҙы һалып, урап йылы урынға ҡуябыҙ. Бер тәүлек тигәндә эсемлек әҙер була. Уны һалҡын урынға һаҡларға ҡуйырға кәрәк.
Һәр хужабикәнең аш-һыуы үҙенсә килеп сыҡһа ла, Минегөл инәй кеүек уңған булһағыҙ, буҙағыҙ, һис шикһеҙ, телде йоторлоҡ булыр!

Фото: автор.
Читайте нас: