Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
20 Сентябрь 2017, 13:19

Сәк-сәк

Ҡамыр өсөн:
3 йомортҡа (йылы булырға тейеш),
1 сәй ҡалағы — эретелгән аҡ май,
2 стакан – иләнгән он,
1 семтем – сода,
300 гр. – бал.
сироп өсөн:
100гр. — шәкәр ҡомо,
60 гр. — бал,
1 аш ҡалағы — hыу.
Йомортҡаларҙы әйбәтләп бутап тоҙ, сода, эретелгән аҡ май ҡушығыҙ, hуңыраҡ иләнгән он ҡушып йомошаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы дымлы туҡыма менән ябып 1 сәғәт тотоғоҙ.
Сәк-сәкте төрлө яҡтарҙа төрлөсә эшләйҙәр: эре, ваҡ, йоморо, оҙонса итеп киҫәләр.
Ҡамырҙы йоҡаҡ итеп 5 мм ҡалынлығында йәйегеҙ, йәймәне 5-7 мм ҡалынлығында таҫмалар итеп киҫегеҙ. Ул таҫмаларҙы ҡәләм ҡалынлығына тиклем ҡул менән тәгәрләтегеҙ. Әҙерәк кипкәндән hуң (5 минут тирәhе) ваҡ ҡына итеп бармаҡ быуынындай ҙурлыҡта турағыҙ. Сәк-сәкте ҡалын төплө hауытта (ҡаҙанда) ҡайнаған майҙа сильпәк менән бешерегеҙ hалам төҫөнә hәтле. Бешергәндә болғатып торорға кәрәк, сәк-сәктең бөтә яҡтары бер төҫтә бешhен тип, бешкәндән hуң ҡайнап торған майҙан алып дуршлагка hалығыҙ, артыҡ майы ағып төшhөн. Сироп әҙерләу: шәкәр ҡомона hыу ҡойоғоҙ, утҡа ҡуйып эретегеҙ, болғата-болғата ҡайнатып сығарығыҙ hәм бал өҫтәгеҙ. Сироп ҡуйыра башлағансы яй утта 30 минут болғатып ҡайнатығыҙ.
Сәк-сәк hыуынғас, айырым hауытта балдан эшләнгән сироп менән бутағыҙ.
Аҙаҡ hауыттарға өйөп hалығыҙ, ҡулдарҙы hыуыҡ hыуға манып сәк-сәкте формаларға килтерегеҙ. Сәк-сәкте йөҙөм, борсаҡ кәнфиттәр менән биҙәп була.

Читайте нас: