Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
25 Август 2025, 16:08

Фронтовик Клоковтың туғандарын эҙләйҙәр

Новосибирск өлкәһе Себер Кадет Корпусының “Поиск-МГИВ” экспедицияһы ҡатнашыусылары 1914 йылда тыуған КЛОКОВ Андрей Филипповичтың туғандарын эҙләй.

Фронтовик Клоковтың туғандарын эҙләйҙәр
Фронтовик Клоковтың туғандарын эҙләйҙәр

Яугир тураһында нимәләр билдәле? Башҡорт АССР-ы Воскресенск районының (әле Ишембай районы) Ромадановка ауылында тыуып-үҫкән. 1940 йылдың 26 июлендә Башҡорт АССР-ы Воскресенск районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡыртылған. Саҡыртылғанға тиклем Башҡорт АССР-ы Воскресенск районы Ромадановка ауылында Клокова Мария Петровна менән йәшәгән.

Аҙаҡҡы хаты буйынса хәрби адресы: Ленинград өлкәһе, Сланцы станцияһы, п/я 15 литер. 31

Ул 80-се уҡсы дивизияһының 32-се санбатында яраларынан вафат булған.

Яугирҙың һөлдә ҡалдыҡтары Ленинград өлкәһендә 80-се уҡсы дивизияһының 32-се санбатында иҫәпкә алынмаған ерләү урынында табыла. Шәхесе медальонының ҡушымтаһы буйынса асыҡлана.

2025 йылдың 2 сентябрендә Ленинград өлкәһенең Оломна ауылында яугирҙың һөлдәһен хәрби мемориалда тантаналы ерләү уҙасаҡ.
Андрей Филиппович Клоковтың туғандарына йәки фронтовикты белгән кешеләргә эҙләү координаторына мөрәжәғәт итергә мөмкин: Анжела Смирнова, тел. 8-913-78-26-863.

Автор: Фирүзә Ильясова
Читайте нас