Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
15 Август 2025, 15:50

Исемдәребеҙҙә – атайым яҙмышы

Әхмәр ауыл мәҙәниәт йортонда бөгөн махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам ебәреү өсөн әҙерлек эштәре бара. Әлеге ваҡытта Украина хәрби көстәре менән ил именлеге өсөн көрәш барған көндәрҙә был ярҙамдың ни тиклем кәрәклеген халыҡ ныҡлап аңланы. Көндәгесә клубта эш ҡайнай, күберәк һүҙ махсус хәрби операция тураһында барһа ла, бөгөн Аза Миниәхмәт ҡыҙына ошондай һорау бирҙеләр: «Был клубты һеҙҙең атайығыҙ төҙөгән түгелме?» Миниәхмәт ҡыҙы уйға ҡалды. Һәр заманда һәр төбәктең тарихта юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған, эшләгән дәүеренә исеме бирелгән шәхестәре була. Шуларҙың береһе — Миниәхмәт Хәсәнов. Бөйөк Ватан һуғышының иң ауыр ҡанлы көрәш юлын үтеп, икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән еңеү яулап ҡайта, ә һуғыштағы батырлыҡтары өсөн бирелгән Ҡыҙыл Йондоҙ ордены вафатынан һуң ғаиләһенә тапшырыла.

Миниәхмәт Хәсәновтың икенсе бөйөк
еңеүе бөлгөнлөккә төшкән тыуған ерен
аяҡҡа баҫтырыу була. Ауыл хужалығын
үҫтереп, үҙе етәкләгән колхозын
республикабыҙҙа иң алдынғы хужалыҡҡа
әйләндерә ул. Ике Ленин ордены, Октябрь революцияһы ордены - уның
хеҙмәт емештәренең оло баһаһы. Атаһы
тураһындағы был мәғлүмәтте яҡташтары
яҡшы белә, ә бына улар белмәгән, ғаилә
табынында ғына һөйләнелгән, һуғыш
тураһындағы хәтирәләре бик күп бит.
Бөгөн председатель ҡыҙы шуларға
туҡталмаҡсы булды.

- Атайым ул ваҡытта фашизм яңынан
баш ҡалҡытыр, тип түгел, ә халҡыбыҙ
көндән-көн матур, тыныс тормошта
йәшәр, тип уйлағандыр. Шуның өсөн тырышты ла инде, - тип һөйләп алып китте
Аза Миниәхмәт ҡыҙы. - Олоғайған һайын
оло уйҙар килә башыма, әле үргән селтәр
таҫмаларының һәр төйөнө Бөйөк Ватан
һуғышына барып тоташа. Атайым менән
булған һөйләшеүҙәр нығыраҡ иҫемә
төшә. Әлеге йәшемдән ҡарағанда бала
саҡта биргән мәғәнәһеҙ һорауҙарыма
алған яуаптар тынғылыҡ бирмәй, шул
хәтирәләрҙе ҡабат-ҡабат балаларыма,
ейәндәремә, хәҙерге быуынға еткерәһем
килә.

Мин иҫ белгәндә, атайыма утыҙ йәштәр
самаһы ине. Уның буш ваҡыты ҡышҡы
кистәрҙә генә була торғайны. Шахмат уйнарға ла мине атайым өйрәтте.
Шуғамы икән, әлеге үргән селтәрҙең һәр
төйөнө шахмат таҡтаһын һәм атайымдың
һөйләгәндәрен хәтерләтә. Ғәмһеҙ
бала саҡта һуғыш беҙгә уйын һымаҡ, ә
һөйләгәндәре әкиәт кеүек тойолғандыр,
күрәһең. Бигерәк тә атайыма биргән
ошондай һорауҙарым өсөн әле булһа
оялам, йөрәгем әрней, күҙҙәремә йәш
тығыла. «Атай, һуғышта нисә немец
үлтерҙең?» - тип һорайым. Ул өндәшмәй.
Тора биргәс: “Эй, балам, ул ҡырылышта
нисек тере ҡалдың, тип һорар инең”,
- тип яуап бирә. Селтәр үрәм, алдымда йәнә шахмат таҡтаһы. Иҫкә төшә.
Атай һөйләй. «Алдымда - тимер мейес. Әсәйем уның янында урала. Туңған
ҡулдарымды мейескә һуҙып, йылынырға
маташам. Бына әсәй ауыҙыма ҡайнар
сәй ҡоя. Рәхәтлек тоям. Аңыма килһәм,
яуҙаштарымдың береһе мине эргәлә
торған обозға һөйрәп маташа. Йөк хужаһы
татар бабайы, ахыры, ниҙер мығырҙаймығырҙай боҙ булып ҡатҡан ҡулдарымды
ҡуша бәйләп тора. Ат ҡуҙғалып китеү
менән, ул мине сананан этеп төшөрмәксе
була. Хәлсә ҡаршылашам, булмай. Ҡарт
мине обоздан типкеләп төшөрә, ике
саҡрымда ятҡан госпиталгә ат артынан
йүгереп барып етергә тура килде. Килеп
еткәс, бабай: «Үпкәләмә, туңған тәнеңде
терелтер өсөн, һиңә яҡшылыҡ уйлап
йүгерттем. Бәхетең бар, улым, бөгөн
үлемдән ҡалдың. Ярай егеттәр күреп табып алғандар. Туңған ауыҙыңды мылтыҡ
көбәге менән шаҡарып асып, спирт
ҡойғандар”, - тип һөйләнә-һөйләнә,
минең ҡулдарымды сисә. Шуныһы үкенес,
ул ҡарттың исемен һорап ҡалмағанмын,
әйтелмәгән рәхмәт һүҙҙәре һаман
күңелемдә йөрөй, әле булһа ла эҙләп табыр инем», - тип үлемдән ҡотҡарыусыһын
йыш ҡына иҫкә ала торғайны.

Атайымды тән яралары ғына түгел,
һуғыш яланында юғалтҡан яуҙаштары ла
һыҙландыра ине. «Тере ҡалған һәр һалдат
еңеүҙе яҡынайтты, ләкин юғалтыуҙар
сикһеҙ күп булды. Иң ауыры — яҡташыңдың
юғалыуы”, - тип һөйләй ине ул. Һуғышҡа
атайым менән бергә Ҡанаҡай ауылына ҡайҙандыр килеп тимерлектә эшләп
йөрөгән рус бабайының улы ла китә.
Дон йылғаһын аша сығыу беҙҙең
ғәскәрҙәр өсөн үлемесле һынау була.
Дошман уты аҫтында һыу эсендә тороп
ҡалған һалдаттарға бер генә бойороҡ:
«Алға, артҡа юл юҡ!» Бер туҡтауһыҙ яуған
ямғыр аҫтында күшеккән кейемдәре
көс еткеһеҙгә әйләнгән яугирҙарҙы
мәрхәмәтһеҙ рәүештә Дон үҙ ҡуйынына
һөйрәй. Етмәһә, тимерсе улы йөҙә
белмәй икән. Мишаның батып барғанын
күреп, атайым ярҙамға ташлана, ләкин
өлгөрмәй, яҡташы һыу төбөнә китә. Бик
оҙаҡ йылдар атайыма тынғылыҡ бирмәй
Мишаның үлеме. Уға бәйле тағы бер
ваҡиғаны һөйләгәне иҫемдә ҡалған. Йәйге
эҫе көндәр. Беҙ таң һарыһынан ҡараңғыға
тиклем ғаиләбеҙ менән сөгөлдөр
баҫыуында. Хәтерләйһегеҙҙер, сөгөлдөр
заданиеһы ауылдың һәр кешеһенә:
уҡытыусы, медицина хеҙмәткәрҙәре,
район хакимиәтендә эшләгәндәргә тиклем бүлеп бирелә торғайны. Ул көндө
беҙ сарсап, өйгә ҡайтып, сәйгә йомолдоҡ.
Атайым һүҙ башланы. «Һыуҙың тәме, уның
ҡәҙере ана шулай ныҡ һыуһағанда беленә
шул. Бер ваҡыт, бөгөнгөләй эҫе көндө,
йылғанан алыҫ булмаған урында ялға
туҡтаныҡ. Теге яҡ ярҙа немецтар. Арыуҙан
да бигерәк тамаҡ кипте, үлтереп һыу
эске килә. Йылғаға яҡын барыу - үҙеңде
һәләкәткә алып барыу. Тамам түҙемлегем
бөттө, ҡуйы үлән араһынан йылғаға табан шыуыштым. Фляжкама һыу тултырып
алып башымды күтәрһәм, теге ярҙан миңә
ҡарап төбәлгән фрицтың күҙҙәре менән
осраштым. Уның ҡарашы һыу төбөнә
киткән яҡташым Мишаны хәтерләтте.
Ҡулдарым мылтыҡҡа күтәрелмәне. Немецты нимә туҡтатҡандыр - атманы.
Бәлки, йәшәүгә теләгемде ул да минең
күҙҙәремдә күргәндер. Кешегә бирелгән
иң ҡәҙерле бүләктең, ғүмерҙең хаҡын
аңлаған дошман һалдаты булғандыр,
күрәһең. Эргәңдә ағып ятҡан йылға
булғанда ла, бер йотом һыу өсөн йәнеңде
бирергә әҙер саҡтар булды”, - тип һуғыш
хәтирәләрен иҫкә төшөргән саҡтары ла
булды атайымдың.

Колхоз эшенә ни тиклем бирелгән
булһа ла, атайыбыҙ ғаиләһен икенсе
планға ҡуйманы. Дүрт балаһын берҙәй
яратты, барыбыҙға ла талапсан булды,
ләкин беҙҙең теләктәребеҙҙән үҙенекен
өҫтөн ҡуйманы, беҙҙең фекерҙе баһалап,
үлсәүгә һалды.

Юғары белеме булмаһа ла, атайым, шул
заман өсөн практик тәжрибәһе булмаған
күп ғалимдарҙан бөтә яҡлап өҫтөн торҙо.
Башҡортостандың утыҙынсы өлкә партия конференцияһында делегат булараҡ
сығыш яһаны. Бик күп ғилми-фәнни
кәңәшмәләрҙә колхозда үткәрелгән
тәжрибәләр һәм уңышлы һөҙөмтәләре
менән уртаҡлашты. Ул егерме ике йыл
етәкләгән Ҡанаҡай һәм Әхмәр ауылдарын берләштергән «Коммунизм» колхозы
республикала алдынғылыҡты бирмәне.
Командировкаларҙың береһенән атайым Елена Ильинаның «Четвёртая высота» тигән китабын алып ҡайтты. «Беҙ
Гуля Королева менән Башҡортостанда
төҙөлгән 214-се уҡсы дивизия составында һуғыштыҡ. Минең һуғыш юлымды ошо
китапта табырһығыҙ», - тине. Был повесть
атайымдың яуҙашы - Сталинград өсөн
барған һуғыштарҙа һәләк булған Гуля
Королева тураһында ине. Китап битендә
яҙылған автографты әле лә һаҡлайбыҙ.
Атайым Гуля Королеваның дуҫ ҡыҙы -
Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Зинаида
Сачкова менән һуғыштан һуңғы йылдарҙа
ла хәбәрләшеп йәшәне. Дуҫтарына тоғро
булды, кешенең олоһона ла, кесеһенә лә
хөрмәт менән ҡараны.

Беҙҙең ғаиләлә дүрт бала үҫтек. Атайым ике улына ла башҡортобоҙҙоң мәшһүр
исемдәрен ҡушҡан: Азамат һәм Салауат, ә бына ҡыҙҙары - Аза менән Лиза.
Икебеҙҙең дә исемебеҙ Бөйөк Ватан
һуғышының дәһшәтле көндәрендәге яу
юлы менән бәйле булыуын үҫеп еткәс
кенә белдек. Лиза һеңлемдең исеме - атайымдың яу бүләге. Немецтар
менән булған ҡаты бәрелештәрҙә ауыр
яра алған атайымды санинструктор
Лиза яу яланынан алып сығып, үлемдән
ҡотҡарған. Йәшәү бүләк иткән кешене нисек онотаһың инде!
Минең исемемдең дә тарихы бар. Атайым Тблиси ҡалаһында госпиталдә дауалана. Яралылар янына килеп концерт бригадалары сығыш яһай торған булғандар.

Артистарҙың араһында Аза исемле
сиған ҡыҙы ла була. Атайыма егерме
бер йәш. Егеттең һөйөп-һөйөлөр сағы, ә
мөхәббәткә һуғыш ҡамасауламай. Атайым
сиған ҡыҙы Азаға ғашиҡ була. Минең исемем атайымдың йөрәгендә яңы бөрөләнә
башлаған тәүге мөхәббәте нурының
бер осҡоно менән бәйләнгән, шуға күрә
ҡайһы берәүҙәр уға ятһырап ҡараһалар
ҙа, мин уны ғорурлыҡ менән йөрөтәм.
Хатта бер Ҡөрьән ашы ваҡытында шундай хәл булды. Аза сиған исеме икәнен
белгәс, мулла: «Үҙебеҙҙә бына тигән матур исемдәр бар бит, шуларҙың береһен
һайлап ҡушайым», - тип, мине өгөтләп
маташты. Ризалашманым. Атайымдың да,
үҙемдең дә исемебеҙгә тап төшөрмәҫкә
тырышып йәшәнем. Күкрәген биш орден
биҙәгән атайым тураһында күп яҙҙылар,
беләһегеҙ.

Сталинград аҫтындағы ҡанлы бәрелештәрҙән алып Берлинғаса етеп, Бөйөк
Ватан һуғышы еңеүсеһе атайым был шанлы йылдарҙан һуң да ил һағында торған.
Ҡара диңгеҙ флотында 1948 йылға тиклем хеҙмәт иткән. Һуғыштың бер йылы
түгел, бер көнө ҡаһарманлыҡ талап итә.

Маһайыу, ваҡланыу булыр, тип уйланымы икән, атайым үҙе тураһында һөйләргә
яратманы. Яуҙарҙа яуланған ғүмеренең
һәр минутын ҡәҙерләп йәшәне, - тип тамамланы һүҙен Аза Миниәхмәт ҡыҙы.
Инәйҙәр сетка үрәләр. Уның һәр төйөнө
хәрби операцияла йөрөгән яугирҙарға
доға яҙылған бетеү: «Үлемгә кәртә бул!
Һаҡла, Аллам!”

Автор: Хәлимә ҠОТОШЕВА.
Читайте нас