Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл
тулды. Инде нисәмә быуын өсөн ул иң оло
һәм изге байрам булып, бөтә ил халҡының
ғорурлығы, киләсәккә ҡарата уның ышанысы
һәм тыуған иленә ҡарата мөхәббәте булып
ҡала. Совет халҡы бик күп юғалтыуҙар аша
бөгөнгө бәхетле тыныс тормошҡа иреште. Аяҙ күгебеҙ, яҡты көнөбөҙ өсөн атайолатайҙарыбыҙға беҙ мәңге бурыслы. Бөгөнгө
тыныслыҡты яулауҙа үҙ өлөштәрен индергән
атайым менән әсәйемде лә тағы бер иҫкә алып
үткем килә.
Минең атайым, Баязитов Ғайса Ситдыҡ улы 1926
йылдың 21 июнендә Биксән ауылында тыуа. Алты йәштә
әсәһе ҡапыл ғына үлеп, үгәй әсәй ҡулында үҫә. Мәктәптә
лә тырышып яҡшы билдәләргә генә уҡый, атаһына ла ҡул
эштәрендә ҙур ярҙамсы була ул.
1943 йылдың декабрендә ул фронтҡа алына. Атайым 3-сө Беларус фронтының 371-се Ҡыҙыл байраҡлы
Витебск дивизияһында снайпер булып хәрби юлын
башлай. Күпме һуғыш яландарын, емерек ауылҡалаларҙы үтеп, немец илбаҫарҙарын үҙҙәренең өңөнә
ҡыҫырыҡлағандан-ҡыҫырыҡлай совет ғәскәрҙәре. Үҙ
күҙҙәрем менән күргәндәрҙе тел менән генә һөйләп
бөтөрөрлөк түгел шул, ти торғайны атайым хәтирәләренә
бирелгәндә.
Һуңынан уны, сос башҡорт егетен, сержанттар курсына
уҡырға ебәрәләр. Тиҙләтелгән курстарҙы яҡшы билдәләр
менән тамамлап, хәрби хеҙмәтен дауам итә. Орудия,
гаубицаларҙың төҙөлөшөн төплө өйрәнеп, үҙләштереп,
орудия командиры булып китә. Был ваҡытта ул өлкән
сержант дәрәжәһендә була. Орудияларға ҡағылышлы
бер хәтирәне беҙгә лә һөйләгәйне. “Юғары эшелондан
беҙҙең орудиянан атыуҙарҙы тикшерергә генералдар
килде, - ти. - Беҙҙең расчет иң яҡшыһы, сәпкә төҙ атты,
быны биноклдән ҡарап “10 суток ареста” тигәс, мин аптырап киттем, беҙҙең расчет иң төҙ атҡаны булды, был
ни хәл? Ә генерал көлөмһөрәп кенә “10 суток ареста, не
считая дорогу” тип яурынымдан ҡағып, “Молодец, батыр!” тип, миңә 10 көнлөк отпуск бирҙеләр, - тине”.
1945 йылдың башында уларҙы эшелондарға тейәп,
баш күтәргән Япония сигенә, немец илбаҫарҙарының
һуңғы ҡалдыҡтарын юҡ итергә, союзниктарға ярҙам
күрһәтеү һәм Япония самурайҙары баҫып алған
илдәрҙең халыҡтарын азат итеү маҡсатында, оҙаталар.
Һуңынан Кёнигсберг ҡалаһын азат итеү операцияһында
ҡаты яраланып, контузия алып, госпиталгә эләгә. Был
алышта күрһәткән батырлығы өсөн “Кёнигсбергты алған
өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Атайымдың күрһәткән
батырлыҡтарын баһалап, күкрәгенә тағы ла Ватан
һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары
өсөн”, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында
Германияны еңгән өсөн”, “Японияны еңгән өсөн”
миҙалдары өҫтәлә. Хәрби миҙалдарынан тыш уның
күкрәген юбилей миҙалдары ла биҙәй.
Ағас мылтыҡ менән уйнап үҫкән малай, егет ҡорона
етеп, ҡулына хәрби винтовка алып, ошондай ҡаты
алыштарға керермен тип башына ла килтермәгәндер
шул. Ҡан ҡойош, ҡаты һуғыш, ауыл-ҡалаларҙың
емереклектәре, донъяның шул тиклем аҫты өҫкә килеүе
йәш егетте бер ҙә ҡурҡытмай, ә киреһенсә, дошманды
еңеү көсөн арттыра ғына. Хеҙмәттәштәрен, дуҫтарын
юғалтыу, үлем менән күҙгә-күҙ осрашыу, киреһенсә, уны
сыныҡтыра, дошманға ҡарата нәфрәтен арттыра.
Атайым тыуған ауылына 1950 йылда ғына әйләнеп
ҡайта. Әсәйем Зифа Ғиззәт ҡыҙына өйләнеп ете балаға
ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы-хәсрәт тә
урап үтмәй уларҙы, ике улдарын ер ҡуйынына һалалар.
Һуғыш ауырлыҡтары, бала ҡайғылары уларҙың ғаилә
ептәрен нығыта ғына. Әсәйем дә һуғыш афәттәренең
ҡыйынлыҡтарын бала саҡтан татып үҫә. Атаһы Ғиззәт
олатай һуғыштан ҡайта алмай. Артелдә ҡап һуғыу,
арҡан ишеү, йылы ойоҡбаштар бәйләп фронтҡа оҙатыу
кеүек эштәрҙе башҡара, трудодень үтәргә тейеш була.
Әсәйем “Хеҙмәт һәм тыл ветераны” исемен йөрөтә,
уның күкрәген Әсәлек миҙалы биҙәй. Улар иҫән ваҡытта
тыуған йортҡа 6 балалары, 12 ейән-ейәнсәрҙәре һәм 13
бүлә-бүләсәрҙәре килеп тулһалар, өйҙөң тирә-яғы балалар тауышына, шау-шыуға күмелә ине. Улар үҙҙәренең
бурыстарын тыуған ил өсөн дә, киләсәк быуын өсөн
дә тулыһынса үтәнеләр. Өй һалып керҙеләр, балалар
үҫтерҙеләр, ә ултыртҡан ағастарының иҫәп-хисабы юҡ.
Атайым ауылдың ветерандар советы рәйесе, район советы ветерандары ағзаһы ла булды. Ул ярҙам
һорап килгәнгә һәр саҡ ярҙам итергә тырышты. Яңғыҙ
әбейҙәргә утын килтереүме, тирә-яғын кәртәләүме –
береһен дә кире бороп сығарманы, ярҙам итте.
Ғүмер көҙө һәр кешенең ғәмәл дәфтәрендә билдәләнә
икән. Ошо тыуған ил алдында үҙ бурыстарын намыҫ
менән үтәгән, киләсәк быуынға дөрөҫ тәрбиә биргән
изге кешеләребеҙҙең, ҡәҙерле әсәйемдең 2011 йылдың
5 июлендә, ә ауылымдың һуңғы ветераны булып ҡалған
атайымдың 2012 йылдың 1 июлендә, йөрәктәре тибеүҙән
туҡтаны. Үҙҙәре булмаһа ла, уларҙың яҡты иҫтәлеге булып хәрби дан, фиҙаҡәр хеҙмәттәре ҡалды. Беҙ уларҙы
онотмайбыҙ, яҡты иҫтәлеген үҙебеҙҙең күңелдәрҙә
маяҡ итеп һаҡлайбыҙ.
Һуғыш – илгә төшкән бик ҡурҡыныс афәт. Һуғыш
булмаһын, донъялар тыныс торһон ине. Әлеге көндә
барған махсус хәрби операция ла тиҙерәк туҡтаһын,
ир-егеттәребеҙ тыуған яҡтарына имен-аман әйләнеп
ҡайтһындар. Һәр бер ветерандың йәштәргә, кешелек
донъяһына әйткән аманаты был.