Сараны Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов асты. Ул йыйылыусыларҙы иң яҡты һәм изге байрам - Еңеү көнө менән ҡотланы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Александр Работяев ишембайҙарға һәм ҡала ҡунаҡтарына йылы һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте.
Тантаналы парад сиктәрендә халыҡ алдында байрам маршы менән кадеттар төркөмө, запастағы офицерҙар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары үтте. Улар артынан студенттар, уҡыусылар, юнармейсылар, Ишембай үҙәк район дауаханаһы һәм башҡа ойошмалар хеҙмәткәрҙәре колонналары килде.
Парад тамамланғандан һуң мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша үтте.
Автор фотолары.