Иртә менән Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙанына меңәрләгән халыҡ “Үлемһеҙ полк”та ҡатнашыу өсөн йыйылды. Башта маршта ҡатнашыусылар «Катюша» йырын башҡарҙы һәм бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.
Беҙ яҡташтарыбыҙ - геройҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. 9 меңгә яҡын ишембайҙар хәрби орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Тиңһеҙ батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн алты яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, ә тағы ла икеһе Дан орденының тулы кавалеры.
Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар Ленин проспекты буйлап аталарының һәм олатайҙарының фотолары менән үтте. Был тантаналы маршты күрергә урамға сыҡҡан урындағы халыҡ уларҙы ҡыуанып ҡаршы алды.
Автор фотолары.