

Легендар Башҡорт кавалерияһы дивизияһы составында Һайран ауылынан алты яугир хеҙмәт итә. Уларҙың дүртәүһе яу яланында ятып ҡала, икәүһе тыуған ергә әйләнеп ҡайта. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан яугирҙарҙың балалары батырҙар исемен мәңгеләштереп, уларға һәйкәл асты.
Һәйкәлде асыу хөрмәте легендар башҡорт кавалерияһы дивизияһы яугиры Минебай Вәлишиндың ҡыҙы Факиһа инәйгә бирелде.
Автор фотолары.