Еңеүгә - 80 йыл
11 Апрель 2025, 13:00

Офицер улдар үҫтергән тыл ветераны

Атаһы  ла Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған  

Офицер улдар үҫтергән тыл ветераныОфицер улдар үҫтергән тыл ветераны
Офицер улдар үҫтергән тыл ветераны

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр хәҙер береһе лә иҫән түгел, тыл хеҙмәтсәндәре лә бик аҙ ҡалған. Уларҙың береһе 94 йәшлек Абдрахман Миһранов беҙҙе көр генә кәйефтә ҡаршы алды. Өҫтәле тулы гәзит булыуы уның әле булһа матбуғат баҫмаларынан айырылмауы тураһында һөйләй. Беҙ “Башҡортостан” гәзитен тотоп килеп кергәс, “Әллә почта  килдеме ул? “ тип ҡыҙыҡһынды. Һуңынан гәзибеҙҙе ҡарап сыҡҡас,  “Быны бөгөн үк уҡып бөтәм инде” , – тине йылмайып.

Абдрахман Әбдрәхим улы ғүмер буйы Көҙән ауылында йәшәгән.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 10 йәш самаһы булған.

– Һуғышҡа кемдәр киткәнен бөгөнгө һымаҡ хәтерләйем. Ул ваҡытта атайыма 36 йәш ине. Уны ла һуғышҡа саҡырҙылар. Китер алдынан өс улының сәстәрен ҡырып алғаны хәтерҙә. Минең ағайым,энем һәм өс һеңлем булды, иң кесеһе атайым һуғышҡа киткәс тыуҙы. Фронтҡа киткәнсе атайым әртилдә ат ҡараусы булып эшләй ине. Нәғим исемле бабай уны Ғафурилағы һалдаттар йыйыла торған урынға ат менән илтте. “Беҙ еңербеҙ! Беҙ ҡайтырбыҙ!” тип китте ауылдан  һуғышҡа юлланған  һәр бер һалдат, – тип иҫкә алды шул мәлдәрҙе әңгәмәсем.

Атаһының батырҙарса һуғышыуы, әсиргә эләгеүе.  унан ҡасыуы, аҡлауҙары,  һуңынан йәнә һуғышҡа инеүе тураһында тәфсирләп һөйләне беҙгә Абдрахман бабай. Үкенескә ҡаршы, “ҡайтырмын” тип киткән атаһына ҡабат тыуған яҡтарын күрергә насип булмай, ҡаты яраланып, һәләк була. 1944 йылда 40 йәшлек атаһының ғүмере өҙөлә.

Уның наградаһын бик күп йылдар үткәс, яҡындары  эҙләп таба. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены әле Абрахман бабайҙа ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана, ә документтарын музейға тапшырған.

Атаһына һуғыштан әйләнеп ҡайтырға насип булмаһа ла, Абдрахман бабайҙың йортоноң түрендә атаһының фотоһы ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана.

Ә бына һуғыш бөттө тигән хәбәрҙе үҙе Васильевка баҫыуында ҡыштан ҡалған бәрәңге йыйып йөрөгән мәлендә ишетә:

–Әрметрәхим ауылынан бер малайҙың “Һуғыш бөткән!” тип ҡысҡырып хәбәр иткәне күҙ алдында. Яйлап ауылға һалдаттар ҡайта башланы, уларҙың бүләк биргәндәре лә  хәтерҙә, кемдер кәнфит, кемдер башҡа нәмә өләште. Минең атайым ғына ҡайта алманы. Барлығы ауылдан 396 кеше фронҡа киткәйне, 196-һына ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыу насип булды.

Һуғыш ваҡытында әле быуындары ла нығынмаған малайҙарға, шул иҫәптән Абдрахман Әбдрәхим улына эштең ауыры төшә. “һигеҙ йәштән күбә тарттырып, бесән сабып йөрөнөм. Нимә ҡушһалар, шуны үтәнек. Бәләкәйҙән эш менән сынығып үҫтек”, - ти тыл хеҙмәтсәне.

Ниндәй генә ауыр заманалар булыуға ҡарамаҫтан, белем алыу кәрәклеген дә аңлай. Һуғыштан һуң 7 класс белемгә эйә була. Һуңынан умартасы һөнәренә лә уҡып сыға. Дүрт йыл Баку ҡалаһында армияла йөрөп ҡайта. Ситтә йөрөгәндә һәр ваҡыт тыуған ауылы үҙенә  тарта һәм ул бар ғүмерен йәнтөйәгенә хеҙмәт итеүгә арнай.  Төп эше умартасылыҡ менән бәйле булһа, шулай уҡ уға ферма мөдире, зоотехник кеүек вазифаларҙы ла башҡарырға тура килә.

Үҙенең балалары менән дә ғорурлана Абдрахман бабай. Тормош иптәше менән улар биш бала: өс ул һәм 2 ҡыҙ үҫтереп аяҡҡа баҫтыралар.

–Улдарым барыһы ла офицерҙар, бына тигән малайҙар үҫтерҙем мин. Оло улым махус хәрби операцияла булып ҡайтты. Бер ейәнем әле унда хеҙмәт итә. яңы ғына ялға ҡайтып китте. Улар минең ғорурлығым, – ти ғәзиздәре өсөн һөйөнөп.

–Берҙән-бер теләгем – һуғыш булмаһын. Иң ғазаплы, иң  яфалы нәмә ул – һуғыш. Йәштәр өйләнешһен, сабыйҙар тыуһын, – тигән иң изге теләктәрен дә юлланы.

Күптән түгел Абдрахман Миһрановҡа 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 80 йыллығына арналған миҙал тапшырғандар. Ул йылдарҙың ауырлығын үҫмер саҡтан татып, эшкә егелеп үҫкән быуындың хеҙмәт ҡаһарманлығын сағылдырған ҡәҙерле бүләк ул.

 Абдрахман Миһрановҡа ауылының хөрмәтле аҡһаҡалы булып тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын әле.

 
 
 
Автор фотоһы.
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас