Еңеүгә - 80 йыл
9 Апрель 2025, 11:00

Бөйөк Еңеү батырҙары

Быйыл Рәсәйҙә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнә. Шулай уҡ 2025 йыл Рәсәй Президенты тарафынан Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде. 

Бөйөк Еңеү батырҙарыБөйөк Еңеү батырҙары
Бөйөк Еңеү батырҙары

Совет һалдаттарының батырлығы, тылда тырышып эшләгән халыҡтың ҡаһарманлығы хаҡындағы хәтерҙе һаҡлау һәм мәңгеләштереү, үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында "Торатау" гәзите төркөмөндә “Бөйөк Еңеү геройҙары" конкурсы иғлан ителә. 

Бөгөндән алып 30 апрелгә тиклем һеҙҙән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы атай-олатайҙарығыҙ, тылда фиҙаҡәр хеҙмәте менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусы туғандарығыҙ, һуғыш осоро балалары булған әсәй-атайҙарығыҙ тураһында яҙмалар, хаттар көтөп ҡалабыҙ.

Ике еңеүсе билдәләнәсәк - береһе ғәҙәттәгесә төркөмдә тауыш биреү ысулы менән, икенсеһен редакция хеҙмәткәрҙәре һайлаясаҡ. Призлы урын яулаусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Еңеү көнө – быуындарҙы берләштергән байрам. Беҙ тарихыбыҙҙы хәтерләйбеҙ, ғорурланабыҙ!

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас