Күп йылдар үтте, әммә ул ерҙәрҙә булған ваҡиғалар бөгөнгәсә күптәрҙең йөрәгендә ауыр яра булып һаҡлана.
Ватан һаҡсыһы булыу - дәрәжәле, абруйлы... Күпме генә ғүмер үтмәһен "афғандар", һеҙҙең йөрәктәрҙәге ауыр тойғоларҙы онотоп булмай. Мөмкин дә түгел. Утлы йылдар, хәрбиҙәрсә ысын дуҫлыҡ, батырҙарса һәләк булған хеҙмәттәштәр - былар барыһы ла мәңге онотолмаҫ ваҡиғалар.
Маҡар мәҙәниәт йортонда моделле ауыл китапханаһы һәм Ә. Мөхәмәтҡолов исемендәге музей хеҙмәткәрҙәре менән берлектә яугир-интернационалистарға арналған сара үтте. Унда Маҡар урта мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары ла ҡатнашты. Осрашыуға әлеге ваҡытта Иҫәкәй ауылында йәшәүсе, утлы Афғанстан юлын үткән Алтынбаев Рәфил Абдрафиҡ улы килде. Ул ауыр хәтирәләрҙе иҫкә алып уҡыусыларҙың Афғанстан һуғышы тураһындағы һорауҙарына ла яуап бирҙе.
Фото: https://vk.com/makarsdk