Республиканың айырым райондарында көслө ҡар яуып, буран сығыуы ихтимал, юлдарҙа боҙлауыҡ. Водителдәргә юлда иғтибарлы булырға, дистанция һаҡларға тәҡдим ителә, йәйәүлеләргә лә юл аша сыҡҡанда, бар юл ҡағиҙәләрен күҙәтеү мөһим. Юлдарҙа ғәҙәттән тыш хәл-ваҡиғалар килеп сығып, ярҙам кәрәк булһа, ЮХХДИ хеҙмәтенең "Ҡыҙыу линия" һына шылтыратығыҙ: 8 (347) 235-84-02, 8 (347) 233-27-31, 8 (347) 237-84-80, 8 (347) 237-02-02.