Новости
2 Декабрь 2021, 11:45

Башҡортостанда “Һанлы мультимедиалы мәктәп”тең тәүге сығарылышы булды

Ошо көндәрҙә Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы булдырған Медиа-мәктәптә район-ҡалаларыбыҙҙан 80 журналист уҡып, квалификацияларын күтәреү тураһанда таныҡлыҡтар алды.

Башҡортостанда “Һанлы мультимедиалы мәктәп”тең тәүге сығарылышы булдыБашҡортостанда “Һанлы мультимедиалы мәктәп”тең тәүге сығарылышы булды
Башҡортостанда “Һанлы мультимедиалы мәктәп”тең тәүге сығарылышы булды

“Һанлы мультимедиалы мәктәп”тә  8 көн дауамында республика, район һәм ҡала баҫмалары мөхәррирҙәре һәм хәбәрселәре һанлы журналистика алымдарына өйрәнделәр.

Журналистарҙы “АиФ” гәзитенең  баш мөхәррире урынбаҫары Индира Котзасова, “Ишь-Миш” контент-бюроһы етәксеһе Михаил Пономаренко, “Журналист һәм медиабаҙар” федераль журналының баш мөхәррире Владимир Касютан, СТС телеканалының СНГ илдәре буйынса контент директоры Әлфиә Байбурина, “Тик-ток без танцев” китабы авторы Ренат Йәнбәков, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова һәм башҡа белгестәр уҡытты.

-Медиа-мәктәпте тамамлаусыларҙан, тәү сиратта, алынған белемдәр ярҙамында яңы интернет-майҙансыҡтарын үҙләштереүҙәрен, булған аудиторияны арттырыуҙарын көтәбеҙ, - тине Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев. Уҡыу аҙағында Максим Владимирович медиакурс мәктәбе уҡыусыларына танытма тапшырҙы.

Медиа-мәктәп матбуғатҡа яҙылыусылар, уҡыусылар һанын арттырырға, шулай уҡ “Бәйләнештә”, Инстаграм, “Класташтар”, Телеграм, Тик-ток һәм башҡа заман платформаларында үҙебеҙҙе күрһәтергә ярҙам итер, тип өмөтләнәбеҙ.

 

Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас